Ауылға йәм өҫтәгән Аллаһ йорто табип амбулаторияһы бинаһы эргәһендә төҙөлдө. Торналылар дәррәү аҡса йыйып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бергәләп мәсетте эшләп тә ҡуйҙы. Был эштә уларға “Янғантау” шифаханаһы, район Хакимиәте лә ярҙам иткән. Заманса йыһазландырылған мәсеттә бар шарттар ҙа булдырылған.