Быйыл Малаяҙ мәсетенә 20 йыл тулды. Аллаһ йортонда һуңғы йылдарҙа ғына ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Райондың имам-мөхтәсибе Мөҙәрис хажи ФӘРХИЕВ шулар хаҡында һөйләне.
– Мәсеттә быйыл ғына мәрхәмәтле кешеләр ярҙамы менән байтаҡ эштәр эшләнде. Эшҡыуар Раян Әминев бинаны тыштан йылытып эшләтеүгә тотонғайны. Үкенескә күрә, ул вафат булып ҡуйҙы – йәне йәннәттә булһын инде. Уның был изге эшен ҡатыны Зилә Миндебай ҡыҙы менән балалары Алия һәм Рәүеф дауам итә хәҙер, – тине Мөҙәрис хәҙрәт. – Мәсеттең нигеҙен тыштан ҡаҙып, унда һәм стеналарына йылытҡыс материалдар ҡуйылып, профнастил менән көпләнде. Түбәһе лә йылытылды. Төҙөкләндереүҙән тыш, Әминевтар ғаиләһе ҙур балаҫ та бүләк итте. Рәхмәт уларға, Хоҙай Тәғәлә үҙҙәрен ярҙамынан айырмаһын.
Шуны әйтергә кәрәк, Раян Хәйрулла улы мәрхүмең элек-электән Малаяҙ мәсетенә ярҙам күрһәтте. Уның тырышлығы менән тәҙрәләре яңыртылды, ҡыйығы алмаштырылды, өр-яңы алтын көмбәҙле манара ҡуйылды.
– Мәсет үҙенең юбилейын шундай матурайтылған бинаһы менән ҡаршыланы. Уның бит ҡапҡаһы ла быйыл яңыртылды. Эшҡыуар Шамил Ғәлимов уны, хәйриә ярҙамы итеп, тимерҙән сүкеп эшләп ҡуйҙы, – тип дауам итте Мөҙәрис Кәбир улы. – Хәҙер халыҡты уңайлы, йылы, заманса итеп йыһазландырылған Аллаһ йорто ҡаршы ала. Ә 20 йыллыҡты киләһе йылға май айҙарында ҙурлап үткәреүҙе күҙаллайбыҙ.