Йәмғиәт
18 Сентября , 12:37

Урмансылар тауыш бирә

Салауат районының Урмансы ауылы һайлау участкаһына ғаиләләр ҙә, ололар ҙа, йәштәр ҙә килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урмансылар тауыш бирәУрмансылар тауыш бирә
Урмансылар тауыш бирә

2789-сы һайлау участкаһында иң беренсе булып Нәзир Дилмөхәмәтов тауыш бирҙе. Һайлау комиссияһы рәйесе Разалия Хөсәйенова уны бүләк менән дәртләндерҙе.

Өлкән йәштәгеләр ҙә килеп һайланы. Мәҫәлән, Миндияр һәм Нәзимә Тәҡиевтар һәр ваҡыт бындай мөһим сәйәси ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмай. Педагогик хеҙмәт ветераны Нәзимә Мырҙахан ҡыҙы быйыл 8 октябрҙә 80 йәшен билдәләйәсәк. Тәҡиевтар өс ул үҫтергән, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәр шатлығын кисерәләр.

Уларҙың өлкән улдары Ришат та ҡатыны Гөлназ менән килгәйне. Былтыр ғаилә башлығы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” исеменә лайыҡ булғайны. Ә Гөлназ Рифат ҡыҙы “Әсә даны” миҙалына эйә. Биш ҡыҙ үҫтереп, хәҙер үҙҙәре лә олатай-өләсәй инде.   

86 йәшлек мәғариф ветераны Люда Хөсәйенова ла бер һайлауҙы ла ҡалдырмай. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул һайлау участкаһына үҙе йөрөргә күнеккән. Люда Фәхретдин ҡыҙы ла ире менән өс ул үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше, педагогик хеҙмәт ветераны Нурмөхәмәт Ғәйфулла улы бер нисә йыл элек вафат булып ҡуйҙы.

Ауыл хужалығы ветераны Рәмил Солтанов та был юлы ла үҙе килеп һайланы. Уға – 87 йәш. Заманында колхозда һөтсөлөк фермаһы мөдире, комплекс бригадиры, зоотехник булып эшләгән. Уның бригадаһы игенселек һәм малсылыҡ буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалдары, СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы грамотаһы, “Социалистик ярыштар еңеүсеһе” билдәһе менән бүләкләнгән. Бер нисә саҡырылыш район Советы депутаты булып һайланған. Хеҙмәте осоронда Урмансы ауылында балалар баҡсаһы һәм ФАП, ике ҡатлы мәктәп, производство объекттары төҙөлә. Аҙаҡ улдары менән крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштора. Беҙ ауылдың хөрмәтле ветераны Рәмил Шәғәли улына оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Уның улы Радмир һәм килене Рита ла һайлауҙа ҡатнашты. Солтановтар ғаиләһе бөгөн малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә.  

Ижади ғаилә – Сәйетғәлиндар ҙа тауыш бирҙе. Сафуан Лоҡман улы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ул ҡатыны Лидиә Рәшит ҡыҙы менән ғүмер буйы ауыл мәҙәниәт йортонда эшләй. Ауылда фольклор ансамбле төҙөп, төрлө ижади бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулайҙар, призлы урындар алалар. Хәҙер хаҡлы ялдалар, әммә райондың мәҙәни тормошонда ҡатнашыуын дауам итәләр. Улдары Сәйет тә, ата-әсәһенә оҡшап, музыка менән мауыға, йырҙар яҙа, төрлө фестиваль-конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай.

Урмансы һайлау участкаһының тәүге йәш тауыш биреүселәре Илгиз Вилданов һәм Алтынай Сәлимова булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар өс көн бара – 18, 19 һәм 20 сентябрҙә. Һайлау участкалары был көндәрҙә 08.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем асыҡ була.

Урмансылар тауыш бирә
Урмансылар тауыш бирә
Урмансылар тауыш бирә
Урмансылар тауыш бирә
Урмансылар тауыш бирә
Урмансылар тауыш бирә
Урмансылар тауыш бирә
Урмансылар тауыш бирә
Урмансылар тауыш бирә
Урмансылар тауыш бирә
Автор:Айдар Нугаманов