Йәмғиәт
18 Сентября , 06:12

Көҙгө сәскәләр һәм йылмайыу менән

Һайлаусылар участкаларҙа йылы мөхит тыуҙыра

Добавить в предпочтительные источники Google
Көҙгө сәскәләр һәм йылмайыу менәнКөҙгө сәскәләр һәм йылмайыу менән
Көҙгө сәскәләр һәм йылмайыу менән

Әүҙем һайлаусылар участкаларға көҙгө сәскәләр менән килә. Сағыу гөлләмәләр, йылмайыуҙар, яҡшы кәйеф – быларҙың барыһы ла тауыш биреү мөхитен ысын мәғәнәһендә йылы, күңелле итә.

Әлкә ауылынан Рәйфә Ишмөхәмәтова һайлауға сәскәләр менән килеп, уларҙы 2774-се участка рәйесе Зөлфирә Вәлиуллинаға тапшырҙы. Был – бары тик иғтибар билдәһе генә түгел, ә һайлау комиссиялары эшен тәьмин итеүселәргә хөрмәт күрһәтеү. 

Һайлау участкаһы ағзалары иртәнән үк урында, уларға ауылдаштарының хуплауын тойоу айырыуса мөһим. Һайлаусыларыбыҙға әүҙем, изге, битараф булмағандары өсөн рәхмәт!

Автор:Лиана Валиуллина