Йәмғиәт
17 Сентября , 06:19

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды

Хәҙер исемлектәр электрон төрҙә була.

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫландыРеспубликала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров республикала йәшәгән балаларҙы уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алырға теләүселәрҙе иҫәпкә алыу тәртибен раҫлаған ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Яңы ҡағиҙәләр буйынса, был эште республика муниципаль райондарының, ҡала округтарының опека һәм попечителлек органдары, шулай уҡ Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башҡара.

Иҫәп электрон төрҙә, дәүләт мәғлүмәттәр банкының махсус программа тәьминәтен файҙаланып алып барыла.

Ҡарарҙың үтәлешен республика вице- премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов контролдә тота.

Бынан алдаарҡ Башинформ 2025 йылда Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың 6,7% кәмеүе тураһында хәбәр иткәйне. Йыл башында 9263 бала дәүләт ҡарамағында ине.  

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-09-15/bash-ortostanda-balalar-y-ully-a-alyr-a-tel-sel-r-e-i-pk-alyu-t-rtibe-ra-landy-4663816 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас