

13–15 августа Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы" VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Унда Global Management Challenge – бизнес стратегияһы һәм уға идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың республика этабы уҙғарыла.
Башҡортостан Республикаһы кубогы 14 августа ойошторола һәм эшҡыуарҙарҙы, дәүләт власы органдары, үҫеш институттары, эре предприятиелар вәкилдәрен һәм “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусыларҙы туплай. Global Management Challenge –идара итеү компетенцияларын үҫтереү буйынса иң ҙур халыҡ-ара чемпионаттарҙың береһе, ул 40 йылдан ашыу үткәрелә һәм донъяның тиҫтәләгән иленән ҡатнашыусыларҙы берләштерә. Ярыштар форматы компанияның ысынбарлыҡтағы идара итеү шарттарына мөмкин тиклем яҡынайтылған бизнес-симуляциянан ғибәрәт.
Ҡатнашыусылар стратегик ҡарарҙар ҡабул итергә, башҡа командалар менән ярышырға һәм баҙар һәм иҡтисади мөхит үҙгәрештәренә яуап бирерлек итеп виртуаль предприятие менән идара итергә тейеш. Чемпионат ҡатнашыусыларға идара итеү оҫталығын һынап ҡарарға, командала эшләргә, билдәһеҙлек шарттарында ҡарарҙар ҡабул итергә һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтары вәкилдәре менән тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. Республика этабында еңеүселәр чемпионаттың Милли финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә була.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, бындай ярыштар замана идарасыларын әҙерләү өсөн мөһим майҙансыҡҡа әйләнә.
– Республикабыҙ предприятиеларын һәм ойошмаларын үҙ командаларын ойошторорға һәм чемпионатта ҡатнашырға саҡырам. Был тәжрибә етәкселәргә лә, киләсәк иҡтисадын билдәләр йәш белгестәргә лә файҙалы булыр, – тип билдәләне ул.
Ҡатнашыу өсөн 3 авгусҡа тиклем Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш Һәм инвестиция сәйәсәте министрлығына электрон почтаға ғариза ебәрергә кәрәк: abdullina.rr@bashkortostan.ru. Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (347) 280-84-05 телефоны аша белергә була.
VIII “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы, ғәҙәттәгесә, иҡтисадты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү, инвестициялар йәлеп итеү, иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу һәм яңы эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн майҙансыҡ буласаҡ.
Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news/29302/