

Координация менән республиканың Йәмәғәт палатаһы шөғөлләнә, ул йыл һайын һайлау кампанияларының асыҡлығын тәьмин итә. Күҙәтеүселәрҙе һайлау процесының нигеҙҙәренә генә түгел, ә мәғлүмәт менән эшләү күнекмәләренә лә өйрәтәләр: фейктарҙы таныу, конфликттарҙы хәл итеү, цифрлы инструменттар һәм социаль селтәрҙәрҙә аралашыу. Программаны НОМ Ассоциацияһы һәм РФ Йәмәғәт палатаһы әҙерләй.
Тауыш биреү көндәрендә, 18-20 сентябрҙә, күҙәтеүселәрҙең бер өлөшө блогерҙар кеүек эшләйәсәк – социаль селтәрҙәрҙә һайлау барышын реаль ваҡытта яҡтыртасаҡ, участкаларҙағы хәлде күрһәтәсәк, төп мәлдәрҙе теркәп барасаҡ һәм ялған мәғлүмәтте оператив рәүештә кире ҡағасаҡ, тип хәбәр итә “Молодежная газета” баҫмаһы.
Буласаҡ күҙәтеүсе-блогерҙарҙың береһе, Салауат районынан Алина Рәхмәтуллина белдереүенсә, был эш уның өсөн ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Ул, асыҡлыҡ һәм намыҫлылыҡ – кешеләргә иң мөһиме, ти.
Уҡытыу БР Гранттар фонды һәм Йәмәғәт палатаһы ярҙамында Башҡортостан Башлығы гранттарына “Йәмәғәт күҙәтеүселәре мәктәбе” проекты сиктәрендә үткәрелә. Ойоштороусыһы – АНО Авангард.
Фото: Алина Рәхмәтуллина.