Йәмғиәт
17 Июля , 06:03

Pадий Xәбиров Ленин исемендәге паркты pеконструкциялау барышы менән танышты

16 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән танышты. Йәмәғәт киңлеге «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса яңыртыла.

Pадий Xәбиров  Ленин исемендәге паркты pеконструкциялау барышы менән таныштыPадий Xәбиров  Ленин исемендәге паркты pеконструкциялау барышы менән танышты
Pадий Xәбиров Ленин исемендәге паркты pеконструкциялау барышы менән танышты

Паркта реконструкция эштәре 2025 йылдың яҙында башланғайны, уны 2026 йылдың октябренә тамамларға планлаштыралар. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә булғанлыҡтан, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса проектты республика Йәмәғәт палатаһының махсус эшсе төркөмө контролләй. Был төркөм технологиялар үтәлеше һәм тарихи мемориалдарға һаҡсыл ҡараш өсөн яуаплы.

Подряд ойошмаһы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, төҙөүселәр баҫҡыстарҙың гранит һикәлтәләрҙе реставрациялауҙы тамамлаған, амфитеатрҙы һәм фонтандарҙы ҡорған, әле эске биҙәү эштәрен башҡаралар. Эшселәр шулай уҡ кафе бинаһы төҙөй, инженер селтәрҙәре һала, яҡтыртыу таяуҙары һәм яҡтыртҡыстар ҡуя, брусчатка һәм таҡтанан юлдар һалыу менән мәшғүлдәр.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, реконструкция раҫланған графикка ярашлы бара.

– Ниһайәт ҡаланың был өлөшөн тәртипкә килтереүебеҙгә бик шатбыҙ. Ысынлап та, бик шәп килеп сығасаҡ. Был парк оҙаҡ ваҡыт башлыса мемориаль киңлек булды, һәм беҙҙең бурыс – уны кешеләр өсөн урынға әйләндереү. Шуға күрә бында ике ҙур балалар майҙансығы, саралар үткәреү өсөн амфитеатр, спорт зоналары барлыҡҡа киләсәк, – тине Радий Хәбиров. – Биләмәне тулыһынса яңыртабыҙ, кешеләр бында ҡасан да тыныс йөрөй алһын тип, заманса яҡтыртабыҙ, хәүефһеҙлек системаһы ҡуябыҙ. Шуныһы мөһим: беҙ ҡасандыр паркты биҙәгән тарихи арканы тергеҙеү өсөн аҡса таптыҡ. Уны тәбиғи таштан эшләйәсәкбеҙ.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла ял итеү һәм йәйәү йөрөү урындарын эҙмә-эҙлекле яңыртыу эштәреп дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Беҙ был проекттарға күңелебеҙҙе генә һалмайбыҙ, ә етди средстволар ҙа йүнәлтәбеҙ, сөнки сифатлы материалдарһыҙ, заманса технологияларһыҙ һәм яҡшы эшһеҙ лайыҡлы йәмәғәт киңлеге булдырыу мөмкин түгел, – тип аңлатты Радий Хәбиров. – Республикала яңыртыу талап иткән биләмәләр тағы ла бар. Парктарҙы һәм үҙәк майҙандарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр бер юлы бер нисә муниципалитетта бара. Был бик мөһим, сөнки кешеләр матурлыҡты ҡәҙерләй һәм Тыуған илебеҙҙе ярата.
Автор:Глава РБ
Читайте нас