

«Республика Башкортостан» гәзите хәбәр итеүенсә, конкурста торлаҡ һәм юл төҙөлөшө, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡала мөхите темаларын яҡтыртҡан теркәлгән киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ Роскомнадзор реестрына индерелгән социаль селтәрҙәрҙә паблик авторҙары һәм хужалары, блогерҙар ҡатнаша ала. Ғаризаны түбәндәге һылтанма буйынса бирергә мөмкин: https://xn--h1aeafhfqbhs.xn--p1ai/apply
Конкурстың маҡсаты - «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә йәшәйеште тәьмин итеү системаһы үҫешен яҡтыртыуҙы дәртләндереү, граждандарҙың төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәтлелеген арттырыу. Федераль власть органдары, профилле ведомстволар һәм Рәсәйҙең алдынғы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренән торған комиссия эксперттары 17 номинацияла еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
«Киң мәғлүмәт саралары ярҙамында кешеләр төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хәл тураһында көнүҙәк яңылыҡтарҙы беләсәк. Ил иҡтисады үҫешенә тос өлөш индергән тармаҡ өсөн аудитория менән ваҡытында, объектив һәм аныҡ коммуникация бик мөһим. Был конкурс беҙҙең тармаҡтың һөҙөмтәләрен яҡтыртыуға үҙ өлөшөн индергәндәргә рәхмәт әйтергә, бер үк ваҡытта журналистар эшенең мөһимлеген хәтергә төшөрөргә мөмкинлек бирә», – тине Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин.
Конкурс һөҙөмтәләре 20 июлдә иғлан ителәсәк, ә наградлау тантанаһы Мәскәүҙә август башында үткәреләсәк. Еңеүселәрҙе наградалар һәм ҡиммәтле бүләктәр, шулай уҡ эре федераль киң мәғлүмәт сараларының береһенең эше менән танышыу мөмкинлеге көтә.
Фото: Биләмәләрҙе үҫтереү фонды.