

Конкурстың ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова хәбәр итеүенсә, был юлы муниципаль этапта 52 райондан 845 ауыл ҡатнашҡан. Республика этабында уларҙың 52-һе «эре», «ҙур», «урта» һәм «бәләкәй» тораҡ пункттар номинацияларында көс һынашҡан.
Шуныһы мөһим: «Айыҡ ауыл» проекты федераль кимәлдә лә хуплау таба. Мәҫәлән, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко үҙ сығыштарында конкурсты һәр ваҡыт билдәләй. Ул еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһына махсус видеомөрәжәғәт ебәргән.
– Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса илебеҙ халҡын һаҡлауға һәм арттырыуға йүнәлтелгән күләмле программалар һәм милли проекттар тормошҡа ашырыла. Был эштең иң мөһим йүнәлеше булып хәүеф факторҙарының таралыуын кәметеү тора. Уларҙың иң ҡурҡынысы, һис шикһеҙ, алкоголде артыҡ ҡулланыу. Башҡортостанда тормошҡа ашырылған «Айыҡ ауыл» проекты сәләмәт йәшәү рәүешенә тартылыуҙы арттырыуҙың уңышлы миҫалдарының береһенә әйләнде, – тине министр. – Айыҡ тормош алып барыусылар, спорт, ижад менән даими шөғөлләнеүселәр һаны артты. 2019 йылдан республикала алкоголизм менән сирләү осраҡтары өстән бер өлөшкә тиерлек кәмегән. Был меңәрләгән һаҡланған ғүмерҙәр, һаҡланған ғаиләләр, балалар өсөн һаҡланған киләсәк.
Оператив кәңәшмәлә еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар тапшырылды, был суммалар ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.
Радий Хәбиров шулай уҡ еңеү өсөн көрәшкән, әммә призёрҙар иҫәбенә инмәгән Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылына өҫтәмә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Унда халыҡҡа бик кәрәкле булған һыу үткәргес төҙөйәсәктәр.
– Ғәжәп конкурс! Һәм ул, ысынлап та, беҙ көткән һөҙөмтәләрҙе үтеп китте. Халыҡта ғәҙәти йәшәү рәүешенә ынтылыш, яҡшылыҡҡа ышаныс барлыҡҡа килә, улар бер командаға туплана, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Проект бик күптәрҙе йәлеп итә – ололарҙы ла, йәштәрҙе лә. Был конкурс сиктәрендә башлыҡтарҙың нисек тырышыуын күрәм. Шуға күрә дауам итәсәкбеҙ.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-VII-ayy-auyl-respublika-konkursy-eeselren-blklne/