Йәмғиәт
19 Мая , 12:10

Бөтә Рәсәй «Икенсе старт»ында Күмертауҙан Иван Барышев сығыш яһай

«Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабының «Икенсе старт» номинацияһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы эксперт комиссияһы билдәләне. Күмертауҙан Иван Барышев еңеүсе булды.

Бөтә Рәсәй «Икенсе старт»ында Күмертауҙан Иван Барышев сығыш яһайБөтә Рәсәй «Икенсе старт»ында Күмертауҙан Иван Барышев сығыш яһай
Бөтә Рәсәй «Икенсе старт»ында Күмертауҙан Иван Барышев сығыш яһай

Иван Барышев Советтар Союзы Геройы Константин Оргин исемендәге 10-сы мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Ул кадет ротаһы кураторы, «Гефест» хәрби-патриотик үҙәге тренеры. Армияла хеҙмәт итеп, педагогия колледжында уҡыған. Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөп, 2022 йылда МХО-ға китә, кире ҡайтҡас, мәктәптә эшләй башлай, тип яҙа «Республика Башкортостан» гәзите.

Икенсе урын – Мәләүездән шәхси эшҡыуар Артем Кудрявцевта. Махсус операцияла ҡатнашҡандан һуң Артем үҙ эшен асҡан, ул 3D-баҫма менән шөғөлләнә. Өсөнсө урынды Өфөнөң Янғын һағы идаралығының янғын һүндереү автомобиле водителе Дамир Хәбибуллин яуланы. Еңеүсегә – 40 мең һумлыҡ, призерҙарға 24 һәм 12 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Иван Барышев октябрҙә Һамарҙа Бөтә Рәсәй конкурсы финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙең Кремль һарайында була: иң яҡшыларҙы 300 меңдән алып 1 миллион һумға тиклем бүләктәр көтә.

Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас