+9 °С
Дождь


— Денис Айрат улы, уңыштар теләйбеҙ! Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, хәҙер Фәнүр Рәфис улы (Шәйхисламов – ред. иҫкәрмәһе) мәҙәниәт министры вазифаһын башҡара, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Районда бик күп яҡшы эштәр башҡарылды, ошо эстафетаны ҡабул итегеҙ һәм алға табан барығыҙ.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Тәтешле районының элекке башлығын мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.