

Яңы поездар Өфө – Белорет маршруты буйынса йөрөй башлай. Әлеге ваҡытта был юл алты сәғәттән ашыу ваҡытты ала, сөнки Инйәр станцияһында ток даими алмашына. Был станцияла тимер юлсыларға поезд вагондарын эләктереү эштәрен башҡарырға тура килә.
Яңы составтар токтың бер төрөнән икенсеһенә автоматик рәүештә күсә ала, был юлдағы ваҡытты ҡыҫҡартырға һәм ошо ҡалалар араһында йөрөүҙе күпкә уңайлыраҡ итергә булышлыҡ итәсәк. Быйыл уҡ Башҡортостан халҡы Өфөнән Белоретҡа электричкала дүрт сәғәт эсендә барып етә ала.
Республика халҡын транспорт менән хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу буйынса эш дауам итә. Быйыл йәнә бер «Финист» поезы ҡайтарылыуы көтөлә, тип яҙа «Молодежная газета» баҫмаһы.
Фото: «Йүрүҙән» гәзите.