Йәмғиәт
17 Апреля , 09:50

Башҡорт ҡурайы асыҡ диңгеҙҙә дельфиндарҙың иғтибарын йәлеп иткән

Башҡорт халыҡ милли музыка ҡоралының тауышын «ел моңо» тип атайҙар.

Башҡорт ҡурайы асыҡ диңгеҙҙә дельфиндарҙың иғтибарын йәлеп иткәнБашҡорт ҡурайы асыҡ диңгеҙҙә дельфиндарҙың иғтибарын йәлеп иткән
Башҡорт ҡурайы асыҡ диңгеҙҙә дельфиндарҙың иғтибарын йәлеп иткән
 
 
 Башҡортостан музыканты һәм композиторы Roza Fa дельфиндар өсөн ҡурайҙа уйнауын һәм көй ярҙамында уларҙы саҡырыуын күрһәткән. Видео асыҡ диңгеҙҙә төшөрөлгән.

Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү уйы уға тәүге тапҡыр ирекле дельфиндар араһында йөҙгәндә килгән. Ике йылдан һуң ул асыҡ диңгеҙгә милли уйын ҡоралы менән сыҡҡан.

«Сәйәхәтебеҙҙең тәүге көнөндә үк беҙҙе сәләмләү һәм ҡурай моңон тыңлау өсөн яхта янына бик күп дельфиндар йөҙөп килде. Аҙаҡтан дельфиндар тураһында китапта улар тураһында беренсе мәғлүмәттең бер монахтың боронғо манускриптында барлыҡҡа килеүен күрҙем, унда монахтың дудкала уйнауы, ә яр буйында дельфиндарҙың йөҙөп йөрөүе һүрәтләнгән», – тип яҙа музыкант.

 
Альмира Давлетбаева
 
Автор:"Башинформ"
Читайте нас