

Өфөгә ҡайтҡас, Лидия Петровна Эске эштәр министрлығы мәктәбе яғында урынлашҡан Александр Матросов исемендәге балалар колонияһына эшкә төшә. Был учреждениеға 41 йыл ғүмерен (1945 йылдың 15 авгусынан алып 1986 йылдың 15 авгусына тиклем) бирә ул. Оҙаҡ йылдар уҡытҡандан һуң колониянан китә, ләкин эшен ташламай. 70 йәше тулғансы Өфөнөң 117-се урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Ярты быуаттан ашыу ғүмерен пелагогик хеҙмәткә бағышлай.
Лидия Бажанованың ире 1943 йылда фронтҡа алына, ә 1944 йылда фажиғәле һәләк була. Лидия Петровна башҡаса кейәүгә сыҡмай, ике балаһын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә.
Лидия Петровнаның зиһене асыҡ, күңеле көр. Рәхәтләнеп кроссворд сисә, аудиокитаптар тыңлай.
