10 меңдән ашыу яҙылыусынан торған аудиторияһы булған блогерҙар һәм паблик авторҙары Роскомнадзорға үҙе тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы. Мәғлүмәттәрҙе махсус биттәр реестрына тапшырырға кәрәк, юғиһә реклама һәм донат йыйырға ярамай. Башҡа каналдарға ла реестрға индерелмәгән МАХ каналы мәғлүмәттәре менән бүлешеү тыйыла.
Инеү өсөн ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин (раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк). Ә «А+» билдәһен алыу өсөн МАХ-та эҙләү аша «Метка А+» яҙмаһын табып йәки һылтанма буйынса https://max.ru/channel_verification_bot чат-ботына инеп, «Начать» төймәһенә баҫып, үҙ каналыңды һайларға һәм Дәүләт хеҙмәттәрендә алынған ғаризаның номерын индерергә кәрәк.
РКН мәғлүмәттәрҙе раҫлағас та, канал профилендә А+ билдәһе барлыҡҡа киләсәк, шул иҫәптән ул ялған сәхифә-игеҙәктәрҙән һаҡланырға мөмкинлек бирәсәк.