Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль , 15:12

Республикала оло йәштәгеләр өсөн интернаттар социаль йорттар тип үҙгәртелде

Шулай уҡ улар социаль хеҙмәтләндереү йорттары тип атала.

Республикала оло йәштәгеләр өсөн интернаттар социаль йорттар тип үҙгәртелде
Республикала оло йәштәгеләр өсөн интернаттар социаль йорттар тип үҙгәртелде
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Башҡортостанда хөкүмәт бойороғо менән оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн стационар учреждениелар хәҙер социаль йорттар тип атала. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

«Хәҙер йән өшөткөс «психоневрологик интернат», «ПНИ» йәки «йорт-интернат» һүҙҙәре урынына ҡулланылышта социаль хеҙмәтләндереү йорттары йәки социаль йорттар, өҫтәүенә, уларҙың исемдәре бар («Доверие», «Самоцветы» һ.б.)», – тип билдәләне министр.

Шулай уҡ Ленара Иванова ике стационарҙың дәүләт автономиялы учреждениелары булыуын өҫтәне.

Бынан алда Рәсәй хөкүмәтендә ҡарттар хаҡында хәстәрлек күреү мәсьәләһе тикшерелде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-05/v-bashkirii-internaty-dlya-pozhilyh-pereimenovali-v-sotsialnye-doma-4565849

Автор: Гөлфиә Акулова
Автор: "Башинформ"
Читайте нас