Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль , 12:14

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан

Межгорье ҡалаһынан Людмила Мельникова «Мөғжизәләр яланы» уйынына (16+) башҡорт балы, ер еләге ҡайнатмаһынан тыш, ижади күстәнәс менән дә килгәйне.

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан
Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан
Фото: 1tv.ru / «Мөғжизәләр яланы» телетапшырыуы

Уға «Приз» секторы тура килде. Алып барыусы Леонид Якубович яҡташыбыҙға 170 мең һум аҡса алырға тәҡдим итһә лә, ул аҡсанан баш тартып, «ҡара йәшник»те һайланы.

«Бөтә ауыл ҡарай, бөтә Межгорье ҡарай. Приз!» — тине Людмила Мельникова ышаныслы итеп.

Яҡташыбыҙҙың һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты, сөнки уның эсендә автомобиль асҡысы ята ине.

«Ышанығыҙ, мөғжизә була икән», — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты еңеүсе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-02/zhitelnitsa-bashkirii-vyigrala-v-kapital-shou-pole-chudes-avtomobil-4560709

Автор: Ксения Калинина
Автор: "Башинформ"
Читайте нас