Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар , 17:25

«МХО-ла ла, дәүләт хеҙмәтендә лә тәртип кәрәк»

«Кесе Ватан – Рәсәй көсө» III бөтә Рәсәй форумының төбәк көнө делегаты Баймаҡ районы Мерәҫ ауыл советы хакимиәте башлығы Шамил Нәҙербаев «Муниципаль үҫеш: яңы үҫеш драйверҙары» секцияһында ҡатнашты. Ул – махсус хәрби операция ветерены, генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.

«МХО-ла ла, дәүләт хеҙмәтендә лә тәртип кәрәк»
«МХО-ла ла, дәүләт хеҙмәтендә лә тәртип кәрәк»

– МХО-ла, бында ла тәртип кәрәк, бер урында хәрбиҙәр менән эшләргә, ә икенсеһендә – урындағы халыҡ менән, – ти Шамил Сәғәҙи улы.

Уның һүҙҙәренсә, хәрби тәжрибә идара итеү эшмәкәрлегендә бик файҙалы: ауыл советы башлығы булараҡ, тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеү, ярҙамсыл булыу һәм һәр ваҡыт кешеләр менән тура бәйләнештә ҡалыу бик мөһим.

– Муниципаль эш ҡатмарлыраҡ: фронтта бар эшкәрлегең бойороҡто үтәүгә ҡайтып ҡала, ә бында урындағы халыҡҡа, ауыл халҡына команда биреп кенә ултырып булмай. Кешеләр менән уртаҡ тел табырға, кемделер өгөтләргә, кемгәлер аңлатырға кәрәк, был - бик ҙур айырма. Хәҙер хәрби хеҙмәткә алынған күп кенә егеттәрҙе шәхсән беләм, шуға күрә яугирҙәр, уларҙың туғандары менән эшләү миңә махсус операцияла хеҙмәт итеү тәжрибәһе булмаған коллегаларыма ҡарағанда, күпкә еңелерәк, – тип билдәләне Шамил Нәҙербаев.

#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ

Автор:
Читайте нас