Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар , 15:20

Татарстанда үҫмер лицей хеҙмәткәренә һөжүм иткән

Хәүефһеҙ интернет лигаһы директоры, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Екатерина Мизулинаның телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Түбәнге Кама ҡалаһы лицейында бысаҡ тотҡан үҫмер һаҡ хеҙмәткәренә һөжүм иткән. 

Татарстанда үҫмер лицей хеҙмәткәренә һөжүм иткән
Татарстанда үҫмер лицей хеҙмәткәренә һөжүм иткән
Фото: Екатерина Мизулина / телеграм

 

Табиптар яраланған ҡатынға ярҙам күрһәткән. Билдәле булыуынса, үҫмер мәктәптең төрлө ҡаттарында петардалар шартлатҡан. Уны тотҡандар. Урында хоҡуҡ һаҡлаусылар эшләй.

Урындағы хакимиәт асыҡлаған мәғлүмәттәргә ярашлы, малай йыйыштырыусыға бысаҡ менән ташланған һәм уның ҡулын йәрәхәтләгән. Ҡатын-ҡыҙҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Шулай уҡ ул өс петарда шартлатҡан. Росгвардиясылар малайҙы ҡулға алған. Уҡыусыларҙың береһе лә зыян күрмәгән.

Был хәлдең сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Эске эштәр министрлығынан.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-01-22/v-tatarstane-podrostok-napal-na-ohrannitsu-v-litsee-4546228

Автор: Ксения Калинина
Автор: "Башинформ"
Читайте нас