Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2025, 12:55

Республикала Мирослава Минни һәм Киприан тыуған

Иң популяр исемдәр – Ева һәм Әмир.

Республикала Мирослава Минни һәм Киприан тыуған
Республикала Мирослава Минни һәм Киприан тыуған
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ЗАГС реестры 2025 йылдың 1 ғинуарынан 20 декабренә тиклем тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәрен атаны. Ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр – Мирослава Минни, Сөмбөл, Кәримә, Эльвира һәм Сувайба. Малайҙар араһында иһә Киприан, Дониёр, Мөхәммәт-Юныс, Әхкәм һәм Исай.

Ата-әсәләр улдарына йышыраҡ Әмир (491) тип ҡуша. Артабан Эмир (369), Тимур (368), Михаил (312) һәм Мирон (307) исемдәре килә.

Ә ҡыҙҙарға башлыса Ева (383), Амелия (375), Әминә (371), Эмилия (351) һәм София (346) тигән исемдәрҙе һайлайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-21/v-bashkirii-rodilis-miroslava-minni-i-kiprian-4516080

Автор: Ксения Калинина
Автор: "Башинформ"
Читайте нас