Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2025, 12:57

Башҡортостанда ике һәм өс игеҙ баланың ата-әсәһе пособиены онлайн юлларға мөмкин

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре сайтында яңы электрон хеҙмәт барлыҡҡа килде.

Башҡортостанда ике һәм өс игеҙ баланың ата-әсәһе пособиены онлайн юлларға мөмкин
Башҡортостанда ике һәм өс игеҙ баланың ата-әсәһе пособиены онлайн юлларға мөмкин
Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре порталында бер үк ваҡытта ике һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә балаларҙың өс йәше тулғансы ай һайын пособие түләү буйынса электрон хеҙмәт үҙ эшен башланы, тип хәбәр итә республиканың цифрҙар министрлығы.

Йән башына уртаса килеме балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләр пособие алыу өсөн ғариза бирә ала.

Түләүҙе Рәсәй граждандары булған һәм Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән ата-әсәләрҙең, опекундарҙың йәки попечителдәрҙең береһе рәсмиләштерә ала (теркәлеү мотлаҡ). Ғариза һигеҙ эш көнө эсендә ҡарала.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-22/v-bashkirii-roditeli-dvoen-i-troen-mogut-oformit-posobie-onlayn-4516684

Автор: Гөлфиә Акулова
Автор: "Башинформ"
Читайте нас