Байрамдың датаһы осраҡлы һайланмаған: ул күренекле төрки шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған. Уның хөрмәтенә Башҡорт дәүләт педагогия университеты аталған. Мифтахетдин Аҡмулла исеме Башҡорт дәүләт педагогия университетына 2006 йылда бирелде. Ә 2008 йылда юғары уҡыу йортоноң төп корпусы алдындағы майҙанда университет символдарының береһе – бөйөк мәғрифәтсегә һәйкәл ҡуйылды.
Байрам хөрмәтенә Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы. Унда власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Башҡортостан юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина йыйылыусыларҙы сәләмләп, байрам менән ҡотланы.
«Республикабыҙҙа Башҡорт теле көнөндә Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыу һәм башҡорт теленең ни тиклем матур яңғырауын тағы бер тапҡыр иҫкә алыу яҡшы традицияға әүерелде. Башҡортостан етәкселеге тарафынан туған телебеҙҙе һаҡлау өсөн күп нәмә эшләнә, уның үҫеше өсөн шарттар булдырыла. Был - беҙҙең бурысыбыҙ, ошо көндә студенттарыбыҙҙы бүләкләү һәм уларға Аҡмулла исемендәге стипендия тапшырыу бик яҡшы», – тип билдәләне Тамара Михайловна.
«Аҡмулла университетында башҡорт телен үҫтереү, шулай уҡ «Урал батыр» эпосын һаҡлау буйынса ҙур эш башҡарабыҙ. Беҙҙә башҡорт фольклорының ғилми-тикшеренеү үҙәге булдырылған, туған телебеҙҙе беҙгә еткергән мәғрифәтселәрҙе хәтерләйбеҙ һәм өйрәнәбеҙ», – тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Башҡортостан Башлығына Башҡорт теле көнөн ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе һәм туған телде һаҡлау, уны өйрәнеү һәм унда һөйләшеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов Аҡмулла университеты һәм вуз ректоры алып барған башҡорт телен һаҡлау буйынса ҙур эште билдәләне, Салауат Сәғитовҡа рәхмәт белдерҙе һәм уға башҡорт халҡын туплау, милли мәҙәниәтте, телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса емешле һәм күп йыллыҡ эше өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалын тапшырҙы.
Тамара Танһыҡҡужина республика юғары уҡыу йорттары һәм колледждарының 11 студентына Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү менән бәйле уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектә өлгәшкән юғары һөҙөмтәләре өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырҙы.
«Дүрт йыл дауамында ошо стипендияны алыуға маҡсатлы барҙым һәм барыһы ла килеп сыҡҡанға бик шатмын. Быйыл төрлө конкурстарҙа, форумдарҙа ҡатнаштым, ғилми мәҡәләләр яҙҙым һәм конференцияларҙа ҡатнаштым, шуға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булдым», – тип һөйләне М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Айгүзәл Яубаҫарова.
Стипендия 2006 йылда булдырылған, йыл һайын колледждарҙың 10 студенты һәм юғары уҡыу йорттарының 5 студенты өсөн тәғәйенләнә. Уны көндөҙгө бүлектә уҡыған, яҡшы баһаға эйә булған, Башҡортостан халыҡтары телдәрен өйрәнеү менән бәйле олимпиадаларҙа һәм ижади конкурстарҙа еңеүсе йәки призер булған, ғилми тикшеренеүҙәр алып барған һәм туған телдәрҙе өйрәнеү менән бәйле мәҡәләләре булған икенсе һәм унан һуңғы курс студенттары ала. Стипендия бер йылға тәғәйенләнә. 2023 йылдан алып уның күләме 5000 һум тәшкил итә.
Фото: Алия Кәшәфетдинова.