Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2025, 12:44

Радий Хәбиров Бабич һәйкәленә сәскәләр һалды

11 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 30 йыл тулыу айҡанлы башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскәләр һалды.

Радий Хәбиров Бабич һәйкәленә  сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Бабич һәйкәленә сәскәләр һалды
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Һәйкәл 2019 йылдың июнендә асылды. Уның авторы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәйкәле өҫтөндә эшләгән скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Монументтың бейеклеге – 6 метрға яҡын. Һәйкәл бронзанан ҡойолған. Бабич һул ҡулына шиғырҙар йыйынтығын тотҡан, ә уң ҡулын өҫкә күтәреп тора.

Шәйехзада Бабич (1895-1919) – башҡорт милли әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡорт хөкүмәте ағзаларының береһе (1917-1919). Шәйехзада Бабичтың үҙе иҫән саҡта берҙән-бер «Зәңгәр йырҙар. Йәш Башҡортостан» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1918 йылда Ырымбурҙа донъя күрә.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-11/radiy-habirov-vozlozhil-tsvety-k-pamyatniku-babichu-v-chest-30-letiya-vkb-4502788

 
 
Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор: Азат Ғиззәтуллин
Радий Хәбиров Бабич һәйкәленә  сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Бабич һәйкәленә сәскәләр һалды
Автор: "Башинформ"
Читайте нас