Мәктәптә үк уның лидерлыҡ сифаттары һәм белемгә ынтылышы асыла. Кооператив техникумын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Уның бөтә ғүмере тыуған районы менән тығыҙ бәйләнгән. Хеҙмәт эшмәкәрлеге бик киң. Һалым инспекторы, район башлығы урынбаҫары булды. Республиканың Милли архивынан хаҡлы ялға сыҡты, унда директор урынбаҫары вазифаһында эшләне.
Әминә Бәрүәз ҡыҙының шәхси сифаттары – ныҡышмалылыҡ, ярҙамсыллыҡ, ғәҙеллек, эш һөйөүсәнлек, оптимизм. Был сифаттары район халҡы араһында абруй ҡаҙанырға ярҙам итте. Уның тормош кредоһы – үҙ фекереңде намыҫлы яҡлай белергә, бөгөлмәҫкә, үҙең өсөн файҙа эҙләмәҫкә, эшеңде намыҫлы башҡарырға. Быға дәлил – бик күп грамоталар. Шул иҫәптән республика Башлығы ҡулынан алынған Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамоталары. Әминә Бәрүәз ҡыҙының 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы бар, бының өсөн уға Башҡортостан Республикаһының “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелгән.
Йәшләй генә ирен юғалтып, ике бәләкәй ҡыҙы – Ирина һәм Гөлназ менән ҡала. Әминәгә балалары өсөн атай ҙа, әсәй ҙә булырға тура килә. Икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам итеп, үҙ аллы тормош юлына сығара. Үҙ балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен сикһеҙ ярата, уларға ғәҙел, талапсан булып ҡала. Ҡыҙҙары, кейәүҙәре Альберт һәм Тимур, ейәндәре Данил, Динар, ейәнсәрҙәре Лилиә, Арина – юбилярҙың йәшәү мәғәнәһе, уның ғорурлығы. Ейән-ейәнсәрҙәре яратҡан өләсәйҙәре хаҡында, ул ижади, матур, алдынғы ҡарашлы, тип һөйләй. Ейән-ейәнсәрҙәре менән аралашып, тормоштан ҡәнәғәтлек ала, яңы асыштар һәм шатлыҡтар кисерә. Уларға һөйөүе иркәләп өндәшеү, ҡосаҡлауҙа һәм үбеүҙә түгел, ә балалар һәм ейәндәр тураһында һөйләгәндә уның тауышының һәр интонацияһында, ниндәйҙер проблемалар килеп тыуғанда ауыр йәки еңел итеп һулауында сағыла. Балалары ла әсәйҙәре булғанда төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡурсаулы булыуын яҡшы аңлай.
Әминә Бәрүәз ҡыҙы хаҡлы ялда ла әүҙем тормош алып бара. Сәйәхәт итергә ярата, тауҙар – уның һоҡланыу тыуҙырыусы һәм илһам уятыусы яратҡан урыны, ҡул эштәре менән шөғөлләнә, сәскәләр үҫтерә. Үҙ-үҙен яҡшы тойоуының серен яҡындарының аңлауы һәм ярҙам итеүе менән бәйләй.
Юбилярға ҡарап, шуға ғәжәпләнәһең: борсолоуҙары ла, хәстәрҙәре лә уның күңелен ҡатырмаған, хатта үҙ-үҙенә бикләнергә ирек бирмәгән. Ошо иҫ киткес көндә ысын күңелдән һине, ҡәҙерле апай, юбилейың менән ҡотлайбыҙ, һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, бәлә-ҡазаларҙы урап үтеп, шундай нәфис, наҙлы һәм һиҙгер ҡатын булып ҡалырға көс бирһен. Һиңә туғандарың һәм дуҫтарың менән бергә оҙаҡ һәм бәхетле йәшәргә насип итһен! Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм тик яҡшылыҡтар тәләйбеҙ!
Ихлас күңелдән, Исрафил ҡустың Хәйров.