Конкурста республика гәзит-журналдары, ҡала, район гәзиттәре, электрон киң мәғлүмәт саралары редакциялары, шулай уҡ айырым авторҙар ҡатнаша ала. Конкурсҡа 2025 йылдың 1 ғинуарынан 2025 йылдың 22 декабренә тиклем баҫылған материалдар тәҡдим ителә.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығында ғаризалар ҡабул ителә башланы. Эштәрҙе 2025 йылдың 23 декабренә тиклем электрон адресҡа ебәрергә мөмкин: gainetdinova.n@bashkortostan.ru, телефон 8 (34-72) 18-07-72).