«Махсус хәрби операция геройҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Ошо йәһәттән беҙ саралар исемлеген киңәйтеү өҫтөндә һәм был ярҙамды алыу уңайлы булһын өсөн эшләйбеҙ. Артыҡ бюрократияһыҙ, уңайлы шарттарҙа, бер урында», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров республиканың һәр муниципалитетында ошондай үҙәктәр асыу бурысын ҡуйҙы.
«Маҡсатыбыҙ – уларҙы һәр муниципалитетта асыу. Ошондай үҙәктәрҙә төрлө ярҙам күрһәтелә. Бында «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары эшләй, улар ветерандарыбыҙҙы, туғандарын һәм яҡындарын юғалтҡандарҙы оҙатып йөрөй. Шулай уҡ төрлө саралар, шул иҫәптән республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының күсмә ҡабул итеүҙәре ойошторола. Берҙәм ярҙам үҙәктәренә ярҙамға мохтаждар ғына мөрәжәғәт итмәй. Бында ярҙам күрһәтергә теләүселәр ҙә килә. Ундай кешеләр бик күп, уларҙың алдында түбәнселек менән баш эйәм», – тине Хәбиров.
