Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2025, 12:13

Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы һәм етемдәрҙе яңы йыл бүләге көтә

Ишле ғаиләләрҙәге балалар өсөн яңы йыл бүләктәре һатып алына, тип белдерҙе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы һәм етемдәрҙе яңы йыл бүләге көтә
Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы һәм етемдәрҙе яңы йыл бүләге көтә
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Һүҙ биш һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 14 йәшкә тиклемге балалар хаҡында бара. 2025 йылда 20 мең самаһы баланы татлы сюрприздар көтә. Уларҙы 15 декабрҙән һуң «Ғаилә» үҙәктәре һәм социаль ярҙам учреждениелары белгестәре тапшыра. Тәрбиәгә алған һәм опекун ғаиләләрҙәге етемдәр өсөн дә бүләктәр бар.

Бынан тыш, Донецк, Луганск, Херсон, Запорожье һәм Украинаның айырым территорияларынан, шулай уҡ Сүриә Ғәрәп Республикаһынан килгән һәм республиканың ваҡытлыса тороу пункттарында йәшәгән кешеләрҙең балаларына яңы йыл бүләктәре әҙерләнгән.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл байрамдарында инвалид балаларға айырым иғтибар бүлергә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-25/deti-iz-mnogodetnyh-semey-i-siroty-v-bashkirii-poluchat-novogodnie-podarki-4481520

 

 

Автор:Иван Вавилов
Автор: "Башинформ"
Читайте нас