Конференцияны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Башҡортостан тармаҡ-ара институты. Сара Рәсәй сәнәғәт форумының 2025 йылға тиклемге эшлекле программаһы сиктәрендә уҙа, тип яҙа «Молодежная газета».
Эксперттар - академик Н.Ф. Измеров исемендәге Хеҙмәт медицинаһы ғилми-тикшеренеү институты (Мәскәү ҡалаһы), Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Башҡортостан Республикаһында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы хеҙмәткәрҙәре.
Хеҙмәткәрҙәргә мотлаҡ медицина тикшереүе үткәреү өлкәһендәге норматив үҙгәрештәр һәм хоҡуҡ ҡулланыу практикаһы, хәҙерге һаулыҡ һаҡлау шарттарында уларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләре, профессиональ ауырыуҙарҙың иртә билдәләрен асыҡлау механизмдары иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Унда ҡатнашыусылар белгестәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә ала.
Конференцияла ҡатнашыу бушлай. Уҙғарыу урыны: «УФА ЭКСПО» күргәҙмә комплексының конгресс-залында (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 158-се йорт). 11.30 сәғәттә (урындағы ваҡыт буйынса) башлана.
Һорауҙарҙы шулай уҡ электрон адресҡа Yangirov.ER@bashkortostan.ru ебәрергә мөмкин.