

Яңылыҡ шәхси эшҡыуар булмаған физик шәхестәргә ҡағыла.
– Был тәртип һалым түләүсенең һалым органы менән бәхәсе йәки иҫәпләүгә ризаһыҙлығы булмаған бурыстарына ғына ҡулланыласаҡ, – тип аңлатты Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Агапов.
Әгәр һалым түләүсе түләү тураһындағы талапта күрһәтелгән бурысын ваҡытында ҡапламаһа, түләтеүҙәр банктағы иҫәптәрҙәге аҡса иҫәбенә башҡарыласаҡ. Әгәр улар етмәй икән, артабан бурыслының башҡа мөлкәте иҫәбенә суд приставтары хеҙмәте түләтәсәк, тип хәбәр иттеләр «Республика Башкортостан» гәзитенә.
Бурысты түләттереү тураһында ҡарар гражданға талаптарҙы үтәү ваҡыты үткән көндән алып алты ай эсендә ебәрелә. Ул Федераль һалым хеҙмәте сайтында шәхси кабинетҡа, «Физик берәмектәрҙең һалымы» мобиль ҡушымтаһына, дәүләт хеҙмәттәре порталына йәки почта аша килә. Ярты йылдан ашыу ваҡыт үтһә, һалым органы судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш.
Түләү башланғанға тиклем граждан 30 көн эсендә һалым органына ризаһыҙлыҡ (ҡабаттан иҫәпләү тураһында ғариза йәки ялыу) яҙа ала. Был осраҡта түләтеүҙәр суд тәртибендә башҡарыласаҡ, ә бәхәсле суммалар, суд акты үҙ көсөнә ингәнгә тиклем, берҙәм һалым иҫәбенән сығарыласаҡ.
Бындай кире эҙемтәләрҙе булдырмау өсөн һалым хеҙмәте ваҡытында иҫәпләшергә кәңәш итә.
Инфографика: Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы.