Йәмғиәт
6 Ноябрь 2025, 04:27

MAX-та БДБ илдәренә шылтыратырға һәм хәбәрҙәр ҡабул итергә була

Хәҙер Рәсәй мессенджеры аша Азербайжанға, Әрмәнстанға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙыстанға, Молдоваға, Тажикстанға һәм Үзбәкстанға яҙырға һәм шылтыратырға мөмкин.

MAX-та БДБ илдәренә шылтыратырға һәм хәбәрҙәр ҡабул итергә булаMAX-та БДБ илдәренә шылтыратырға һәм хәбәрҙәр ҡабул итергә була
MAX-та БДБ илдәренә шылтыратырға һәм хәбәрҙәр ҡабул итергә була

Был яңылыҡ «миллионлаған ҡулланыусыға сит илдәрҙәге яҡындары менән аралашырға мөмкинлек бирәсәк», тип хәбәр итә «Молодежная газета» баҫмаһы MAX-тың матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Мессенджерҙың матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, һанап үтелгән илдәрҙән ҡулланыусылар менән аралашыу өсөн уларҙы бәйләнештәр исемлегенә ҡушырға кәрәк. Бының өсөн әңгәмәсегә һылтанма-саҡырыу ебәрергә мөмкин.

«Приватность» бүлегендәге ике факторлы аутентификация профилдең хәүефһеҙлеген көсәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

Фото: «Молодежная газета»

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас