Йәмғиәт
31 Октябрь 2025, 12:44

Кибермутлашыуға ҡаршы көрәш тураһында яңы детектив сериал сыҡты

Рәсәй Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ (ФАДН) ярҙамында булдырылған «На краю» тип аталған яңы детектив веб-сериал кибермутлашыуға ҡаршы көрәштең көнүҙәк темаһына арналған.

Кибермутлашыуға ҡаршы көрәш тураһында яңы детектив сериал сыҡтыКибермутлашыуға ҡаршы көрәш тураһында яңы детектив сериал сыҡты
Кибермутлашыуға ҡаршы көрәш тураһында яңы детектив сериал сыҡты

Төп героиня Аня һәр саҡ енәйәттәрҙе тикшерергә хыялланған була – бына яҙмыш уға шундай мөмкинлек бирә. Ләкин ысын енәйәтселәр – Агата Кристи китаптарындағы кеүек түгел. Улар яғымлы яҙыуҙар ҡалдырмай һәм ҡағиҙәләр буйынса уйнамай...

Сериал енәйәт һәм административ эштәр мотивтары буйынса төшөрөлгән, енәйәтселәрҙең граждандарҙы деструктив ғәмәлдәргә йәлеп итеү механизмдарын аса һәм аудиторияла һанлы коммуникацияларҙы ҡулланыу менән бәйле хәүефтәрҙе тотороҡло аңлау тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Беренсе серияны ҡарарға мөмкин.

6+

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас