Йәмғиәт
3 Октябрь 2025, 13:04

МАХ мессенджерында Күп функциялы үҙәктең чат-боты эшләй башланы

5 сентябрҙән Башҡортостан халҡының милли мессенджерҙа рәсми чат-бот аша Күп функциялы үҙәктәр хеҙмәттәрен алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

МАХ мессенджерында Күп функциялы үҙәктең чат-боты эшләй башланыМАХ мессенджерында Күп функциялы үҙәктең чат-боты эшләй башланы
МАХ мессенджерында Күп функциялы үҙәктең чат-боты эшләй башланы

Сервис граждандарҙың Күп функциялы үҙәк менән үҙ-ара эш итеүен тағы ла уңайлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеү өсөн булдырылған. Яңы һанлы ярҙамсы Күп функциялы үҙәктең теләһә ҡайһы бүлексәһенә дистанцион яҙылырға, яҙылыуҙан баш тартырға йәки уны күсерергә, шулай уҡ мөрәжәғәттең статусын белергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, уның ярҙамында үҙәктең адресын һәм эш графигын тиҙ генә табырға, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын баһаларға һәм кире бәйләнеш ҡалдырырға мөмкин.

– МАХ мессенджерында чат-ботты ебәреү – ул хеҙмәттәребеҙҙе һанлаштырыуға тағы ла бер аҙым. Мәғлүмәт алыу һәм ҡабул итеүгә яҙылыу процесын мөмкин тиклем ябайлаштырырға тырышабыҙ, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова "Молодежная газета" баҫмаһына.

Чат-бот менән эшләр өсөн смартфонға МАХ ҡушымтаһын ҡуйырға, һуңынан мессенджерҙа эҙләү аша "Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәге"ндә ботын табырға йәки махсус QR-кодты сканер аша үткәрергә кәрәк.

Фото: "Молодежная газета".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас