

«Мин бит 35 йыл Гай ҡалаһында йәшәнем, шахтер булып эшләнем һәм ошо йылдар буйына аттарҙы һағындым. 2015 йылда, пенсияға сыҡҡас, ғаилә менән Йылайыр районына күстем һәм хыялымды тормошҡа ашырҙым – ат һатып алдым», – тине Миңлебай Фазләхмәт улы.
3 йәшлек Буянды парадта күрмәүе лә мөмкин түгел: уның йүгәне һәм теҙгендәре алтын ялатылған металл менән биҙәлгән. Хужа уларҙы яратҡан аты өсөн үҙе эшләгән. Ә уны был һөнәргә бала сағында атаһы өйрәткән.
Аттар парады «Башҡорт аты» фестиваленең иң тулҡынландырғыс мәлдәренең береһе булды. Быйыл унда республиканың 25 районынан 430 баш ат ҡатнашты.
Фото: «Башҡорт аты» фестиваленең матбуғат хеҙмәте.