Йәмғиәт
26 Июль 2025, 11:25

"Ҡашҡаҙан" паркында коллектив парлашыу буйынса Рәсәй чемпионаты үтте

Бөгөн Өфөлә «Рәхәттә» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә коллектив парлашыу буйынса Рәсәй чемпионаты финалы үтте. Бының өсөн Ҡашҡаҙан күле буйында 40 кешегә иҫәпләнгән һауаға тултырылған мунса төҙөлдө.

"Ҡашҡаҙан" паркында коллектив парлашыу буйынса Рәсәй чемпионаты үтте"Ҡашҡаҙан" паркында коллектив парлашыу буйынса Рәсәй чемпионаты үтте
"Ҡашҡаҙан" паркында коллектив парлашыу буйынса Рәсәй чемпионаты үтте

Финалда алты кеше ҡатнашты. Был коллектив парлашыу буйынса Рәсәй чемпионаты финалсыларының ике өсәүлеге: Михаил Лукошков (Северодвинск ҡалаһы), Владислав Устюжанин (Мейәс ҡалаһы), Сергей Рудьев (Чехов ҡалаһы), Александр Колымин һәм Кирилл Луцик (Екатеринбург ҡалаһы) һәм Николай Островский (Үрге Уфалей ҡалаһы). Бөтә ҡатнашыусылар ҙа төбәк этаптарын үтеп, Рәсәй чемпионатының ярымфиналында сыҡты.

Парлашыуҙа ҡатнашыусылар судьяның командаһы буйынса парилкаға инде. Температура 65-70 градус тирәһе. Ә тауыш биреү Пар һәм Шоу категориялары буйынса үткәрелде. 

"Башҡортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас