

Әсәләргә миҙалдарҙы Малаяҙ ауылы социаль-мәҙәни ял үҙәгендә үткән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илгиз Бәҙретдинов тапшырҙы (һүрәттә).
Таймый ауылынан Заманова Лилиә Фәнил ҡыҙы биш бала тәрбиәләй. Тәүҙә Мәсетле, Таймый ауылдары балалар баҡсаларында тәрбиәсе була. Былтырҙан Таймый төп мәктәбендә башланғыс кластарҙан уҡыта. Ире Айҙар Алис улы вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй. Ауылда үҙ көстәре менән күркәм йорт һалып сыҡҡандар. Мал аҫрап, тырышып донъя көтәләр.
Малаяҙ ауылында йәшәгән Самарина Ирина Урал ҡыҙы ла биш бала әсәһе. Ул – полиция майоры, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре бүлексәһенә етәкселек итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Әсә даны” миҙалы 1998 йылда булдырылды. Закон буйынса, награда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.
Автор фотоһы.