

Салауат районынан яҙғы саҡырылышта 65 егет әрмегә оҙатыласаҡ. Бының хаҡта район Хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссариатының саҡырыу бүлексәһе начальнигының өлкән ярҙамсыһы Флорида Ханова хәбәр итте.
– Салауат районынан бөгөнгә Рәсәй Ҡораллы көстәренә хеҙмәт итергә 41 егет оҙатылды. Иң күп призывниктар үткән шәмбе, 21 июндә, ебәрелде: 11 кеше китте. Бөтәһе апрелдән алып 12 тапҡыр оҙатыу булды. Тағы өсәү ҡалды: 1, 4 һәм 8 июлдә егеттәр әрмегә китәсәк. Яҙғы саҡырыу осоронда райондан бөтәһе 65 егет хеҙмәткә алынасаҡ, – тине Флорида Барый ҡыҙы.
Хәрби комиссариат вәкиле белдереүенсә, Салауат районы әрмегә саҡырыу буйынса планды һәр ваҡыт үтәп килә. Салауаттар Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурысын намыҫлы үтәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 апрелдән илдә әрмегә саҡырыу осоро бара. Ул 15 июлгә тиклем дауам итә. Законға ярашлы, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына 18 йәштән 30 йәшкә тиклем егеттәр саҡырыла. Улар бер йыл хеҙмәт итә.