

БР Дәүләт Йыйылышы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән әҙерләнгән республика хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы тураһында Законды ҡабул итте.
"Башҡортостан илдең хәрби журналистика ветерандары тураһында закон ҡабул иткән тәүге төбәге булды. Журналистар союзы, әлбиттә, был ҡарарҙы хуплай. Беҙ Һанлы үҫеш министрлығы, Дәүләт думаһының мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитеты менән берлектә уҙған йылдан ошо яңы статус өсөн нормативтар әҙерләнек. Тәҡдим оборона министрлығында ла хупланды, - тип фекере менән уртаҡлашты Владимир Соловьев "Башинформ" агентлығына.
"Республика Башкортостан" гәзите хәбәр итеүенсә, әлегә илдең бер төбәгендә лә бындай закон юҡ. РФ журналистар союзы рәйесе яҡын киләсәктә был мөһим закондар Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә лә, ә һуңынан бөтә Рәсәйҙә лә барлыҡҡа килер тигән өмөт белдерә.
Фото: Рәсәй журналистар союзы.