

Өфөлә үткән 35-се “Агрокомплекс – 2025” халыҡ-ара күргәҙмәһендә шәхси эшҡыуар Илдус Агишевтың H²o.pihta бренды алтын миҙал һәм I дәрәжә Диплом менән билдәләнде. Ул Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары менән берлектә аҡ шыршы (пихта) нигеҙендә уникаль продукция уйлап тапҡаны өсөн ошондай баһаға лайыҡ булды.
Компанияның стенды ВДНХ ЭКСПО-ла күптәрҙе үҙенә йәлеп итте. Күргәҙмә ҡунаҡтары аҡ шыршы һыуын тәмләп ҡараны һәм иммунитет өсөн файҙаһын билдәләне. Шулай уҡ улар аҡ шыршы майы һәм крем-бальзамдарҙы һынап ҡараны, уларҙың дауалау үҙенсәлектәрен баһаланы, стресты бөтөрөү һәм ароматерапия сессияларында ҡатнашты.
"Беҙҙең маҡсат – продукт булдырыу ғына түгел, ә һаулыҡ өсөн тәбиғи ҡарарҙар тәҡдим итеү, – ти проект етәксеһе Илдус Агишев. – ProПИХТА һәм ApiПИХТА – традициялар һәм фән симбиозы. Беҙ урындағы ресурстарҙы: Урал урмандарынан аҡ шыршы һәм билдәле башҡорт балын ғына файҙаланабыҙ. Был ысынбарлыҡты һәм сифатты һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә”.
Эшҡыуар Илдус Әнүәр улы һүҙҙәренсә, кешеләр дарыухана препараттарына тәбиғи аналогтар эҙләгән осорҙа, аҡ шыршы һәм башҡорт балы нигеҙендәге продукт экологик һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Миәшәгәр ауылында тыуып үҫкән эшҡыуар Илдус Агишев 2022 йылда район Хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышында үҙенең үҙенсәлекле проектын тәҡдим иткәйне. Ул үҙ продукцияһы – аҡ шыршы һутына нигеҙләнгән “Флорентин һыуы” менән таныштырҙы. Был осрашыуҙан һуң Салауат районында ошо шифалы продукцияны етештереү һәм таратыу яйға һалынды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылға республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын арттырыу, бизнес менән властың диалогы өсөн шарттар тыуҙырыу бурысын ҡуйҙы. Быйыл 17 февралдә оператив кәңәшмәлә эшҡыуарҙар менән ай һайын осрашыуҙар үткәрергә ҡушты ул.
“Бөтә мөһим күрһәткестәр ҙә үҫешә. Яҡшы эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ләкин беҙ эшҡыуарҙарҙың хәлен яҡшыраҡ аңлау өсөн осрашыуҙар үткәрәсәкбеҙ. Һеҙҙең министрлыҡ бында баш администратор булып тора, шуға күрә хакимиәт һәм Хөкүмәт аппараты менән берлектә әҙерләнегеҙ”, – тип Радий Хәбиров республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына күрһәтмә бирҙе.
2024 йылда республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 142 мең самаһы тәшкил иткән, был 2023 йылға ҡарағанда 4,3 процентҡа күберәк. Урта предприятиелар һаны 7,5 процентҡа артҡан, ә үҙмәшғүлдәр һаны 41,3 процентҡа артып, 263 мең самаһы кеше тәшкил иткән.
2024 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн 1 миллиард һум аҡса бүленгән, уларҙың 445 миллион һумдан ашыуы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Муниципаль берәмектәр республика бюджетынан – 100 миллион һум, урындағы бюджеттарҙан 80,5 миллион һум аҡса алған. Субсидиялар 485 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына һәм 28 үҙмәшғүл гражданға бирелгән.
Салауат районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илшат ХӘСӘНОВ:
– 2024 йылда районда 51 “Инвестиция сәғәтендә” дөйөм 830 миллион һумлыҡ 51 проект ҡаралды. 2025 йыл башына беҙҙә 484 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 2593 кеше эшләй. Үҙмәшғүл булып 1758 граждан теркәлгән.
Районда 524 млн. һум дөйөм суммаға 29 проект тормошҡа ашырыла. Эшҡыуарҙар үҙ проекттарына 182 млн. һумды һалған да инде. 245 млн. һумлыҡ 25 проект буйынса 188 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Нигеҙҙә юл буйы сервисы, туризм һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә проекттарҙы бойомға ашырыу күҙаллана.
2024 йылда муниципаль программа буйынса 4 кесе эшҡыуарлыҡ субъектына 1 млн. 696 мең һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтелде. Программаны тормошҡа ашырғанда алты яңы эш урыны булдырылды. Быйыл был йүнәлешкә урындағы бюджеттан 3 млн. һум күләмендә финанслау ҡаралған. Беҙ республикаға берлектәге финанслауға ғариза бирәбеҙ. Эшҡыуарҙарыбыҙ грант конкурстарында ҡатнашып, ҙурыраҡ проекттар менән эшләй аласаҡ.
Былтыр шәхси эшҡыуар Илфат Исмәғилев республика ярҙамында һәм үҙ иҫәбенә Әлкә ауыл биләмәһенең Иҙрис ауылы янында яҡынса 4 млн. һумға “Мәмерйә эргәһендә” кемпингын төҙөнө. Быйыл туризм буйынса модулле һәм капиталь булмаған саралар – глэмпингтар ҡуйыуға республика конкурсына беҙҙең райондан 33 млн. һумға ике проект тәҡдим ителде.