1 майҙан Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн тарифтар үҙгәрә. Район Хакимиәтендә үткән “Управдом” форумының көн тәртибендә ул мөһим мәсьәләләрҙең береһе булды. Сара район башлығы Марс Кашапов етәкселегендә үтте.
Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкен капиталь ремонтлау төбәк операторы фонды мәғлүмәтенә ярашлы, Салауат районында был программа буйынса йәмғеһе 21 йортта капиталь ремонт эштәре башҡарылған. 2024 йылда Малаяҙ ауылының Коммунистик урамындағы 64/1 һәм 68-се йорттарҙың ҡыйығы капиталь йүнәтелгән.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, төҙөлөш, йәшәйеш тәьминәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Айрат Ғилметдинов белдереүенсә, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн 4,9 млн. һум бурыс йыйылған. Иғәнәләрҙе түләү 85 процентҡа үтәлә. Финанс саралары етмәү сәбәпле, быйыл Салауат районында был программа буйынса ремонт эштәре уҙғарылмаясаҡ.
Төбәк операторы фонды вәкиле хәбәр итеүенсә, тарифтар төҙөлөш материалдары һәм эштәр башҡарыуҙың ҡиммәтләнеүе арҡаһында арта. 2022 йылдан Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға иғәнә күләме үҙгәрешһеҙ ҡала. Был ваҡыт эсендә материалдарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар арта, ә тарифтарға юҡ. Бөгөн беҙҙең республикала Рәсәй төбәктәре араһында капиталь ремонтҡа иң түбән иғәнә иҫәпләнә. Был инде йорттарҙың торошона йоғонто яһай башлай. Капиталь ремонт – ул ағымдағы эштәр генә түгел, ә күләмле проекттар: ҡыйыҡтарҙы ремонтлау, һыу тәьминәте, йылытыу һәм электр менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу. Әммә, аҡса етмәү сәбәпле, күп йорттар ваҡытында ремонтланмай. Проблемалар йыйыла, уларҙы хәл итеү билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә. Һөҙөмтәлә торлаҡ хужалары авария хәлдәренә юлыға. 2025 йылдың 1 майынан 6 ҡатҡа тиклемге йорттар өсөн хаҡ – квадрат метрына 12 һум 50 тин, унан бейегерәк йорттар өсөн квадрат метрына 13 һум 20 тин тәшкил итәсәк.
Форумда билдәләнеүенсә, дәүләт капиталь ремонт программаһын хуплай, әммә халыҡтың ҡатнашлығынан тыш проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Түләүҙәрҙе арттырыу мәсьәләһе – квитанциялағы һандар ғына түгел, ә йорттарыбыҙҙың киләсәк быуындар өсөн ныҡлы һәм уңайлы булып ҡалыуын хәстәрләү.
“Управдом”да коммуналь хеҙмәттәргә, ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтарға түләү, төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттарға идарасы компаниялар билдәләү һ.б. мәсьәләләр тикшерелде.