Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
3 Апрель , 17:10

Башҡортостанда телетапшырыуҙар ваҡытлыса һүндерелә

РТРС-тың Башҡортостандағы филиалы тапшырыу объекттарында профилактик эштәр үткәрәсәк.

Башҡортостанда телетапшырыуҙар ваҡытлыса һүндерелә
Башҡортостанда телетапшырыуҙар ваҡытлыса һүндерелә

Апрелдә Башҡортостандың тораҡ пункттарында 1 - се һәм 2-се мультиплекстар (РТРС-1 һәм РТРС-2) составына ингән теле-һәм радиоканалдар ваҡытлыса тапшырыуҙар алып бармаясаҡ. Был профилактик эштәр үткәреүгә бәйле, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите телекомпанияның матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Һүндереү ваҡыты ете сәғәттән туғыҙ сәғәткә тиклем тәшкил итә. Графикка ярашлы, Салауат районында Ҡалмаҡтар ауылы эргәһендәге телевышка 14 апрелдә Мәскәү ваҡыты буйынса 08.00-ҙән 14.00 сәғәткә тиклем һүндерелә. Ахун ауылы янындағы телетапшырыу ҡоролмаһы 17 апрелдә 08.00-ҙән 14.00 сәғәткә тиклем эшләмәйәсәк.  

Фото: Евгений Соколов, "РБ".

 

Башҡортостанда телетапшырыуҙар ваҡытлыса һүндерелә
Башҡортостанда телетапшырыуҙар ваҡытлыса һүндерелә
Башҡортостанда телетапшырыуҙар ваҡытлыса һүндерелә
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: