Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
26 Февраль , 12:40

Яҡты уйҙар, изге хистәр йәшәтә

Оҙон ғүмерле оло йәштәгеләр – ауылыбыҙҙың ғорурлығы, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө. Уларҙың ғүмер юлы һикәлтәләрһеҙ, еңел генә үтмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән михнәттәр, ауыр хеҙмәт – былар барыһы ла 80 , 90 йәштәрен тултырған райондаштарыбыҙ башынан үткән һынауҙар.

Яҡты уйҙар, изге хистәр йәшәтә
Яҡты уйҙар, изге хистәр йәшәтә

Ошо көндәрҙә Малаяҙ ауылында йәшәүсе хөрмәтле ағинәй, хеҙмәт ветераны Гөлсөм Ҡәнзәфәр ҡыҙы Йосопова ла 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Юбилярҙың тормош юлы еңел булмай.
Гөлсөм Ҡәнзәфәр ҡыҙы 1935 йылдың 20 февралендә Ҡалмаҡтар ауылында Шәмсиә һәм Ҡәнзәфәр Солтановтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 6 йәш була. Атаһы һуғыш башланғас та фронтҡа китә һәм 1943 йылда Сталинград алышында хәбәрһеҙ юғала. Шулай итеп, ғаиләлә өс бала етем ҡала. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, яҙмыштың әсе һурпаһын күп татый. Ҡыҙ бик сибәр, эшкә уңған булып үҫә. Колхоз осоронда баҫыуҙарҙа тир түгә. Малаяҙ урта мәктәбенең 8 класын тамамлағас, йәш кенә килеш һатыусы булып эш башлай. Намыҫлы хеҙмәт юлы үтә ул. Ҡыҙырбаҡ, Татар Малаяҙы, Малаяҙ ауылы магазиндарында һатыусы була. 41 йыл хеҙмәт стажына эйә.
"Ул саҡтағы һалҡын магазиндарҙа эшләүе еңелдән булманы", – ти ул.
Буй еткергәс, Мөсәт ауылы егете Радик Йәғләмүн улы Йосоповҡа тормошҡа сыға. Йәштәр Малаяҙҙа төпләнә. Ғаиләгә бәхет өҫтәп, бер-бер артлы ике ҡыҙ һәм ул тыуа. Бөгөн уларҙың барыһы ла иҫән, һәр береһе үҙ ғаиләләре менән матур ғүмер кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше инде күптән баҡыйлыҡҡа күскән.
Гөлсөм Ҡәнзәфәр ҡыҙының 5 ейән-ейәнсәре, 4 бүлә-бүләсәре бар. Бөгөн ул ейәндәренең уңыштарына ҡыуанып, улар менән ғорурланып йәшәй.
90 йәшен тултырған Гөлсөм Ҡәнзәфәр ҡыҙы оптимист рухлы, сәләмәт тормош алып барыусы ағинәй ул. Ауылдаштары, туғандары, күршеләре алдында абруйы ҙур уның. Ҡыҙҙары һәм улы өсөн ҡәҙерле әсәй, ейәндәре, бүләләренә хөрмәтле өләсәй ҙә. Бөгөн ул ҡыҙы Рита тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Юбилей көнөндә хеҙмәт ветеранына сәләмәтлек, йән тыныслығы теләп ҡалабыҙ.
Гөлшат Шәмсетдинова.

Автор:
Читайте нас: