Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
21 Февраль , 18:01

Башҡортостанда халыҡҡа хәбәр итеү системаһы тикшерелә

5 мартта республика биләмәһендә "Бөтәһенә лә иғтибар!" ("Внимание всем!") сигналын ҡуйып, төбәк автоматлаштырылған халыҡҡа хәбәр итеү системаһының әҙерлеген комплекслы тикшереү күҙаллана.

Башҡортостанда халыҡҡа хәбәр итеү системаһы тикшерелә
Башҡортостанда халыҡҡа хәбәр итеү системаһы тикшерелә

Тикшереү өс минутлыҡ электр сиреналарын ҡабыҙыу һәм радио, телевидение аша хәбәр итеү менән оҙатылып барасаҡ. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында халыҡтан тыныслыҡты һаҡлауҙарын һорайҙар.

Бындай тикшереүҙәр планға ярашлы йылына бер нисә тапҡыр үткәрелә, тип иҫкә төшөрә "Республика Башкортостан" гәзите.

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: