МХО-ла ҡатнашыусыларҙы яҡлап хәрби позицияларҙа ла, концерт залдарында ла бихисап концерттар үткәрелә, ләкин был проектты уникаль тип атарға мөмкин. Сөнки унда артистар ғына түгел, махсус хәрби операция ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар, республика етәкселеге вәкилдәре лә сығыш яһаны - МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һорауы буйынса ижади сығышты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов әҙерләне. Алғы һыҙыҡта уны беҙҙең ир-егеттәргә өҙлөкһөҙ ярҙам күрһәтеүе менән яҡшы беләләр.
Стәрлетамаҡ районынан МХО яугиренең ҡатыны Олеся Спиридонова «Ишетәһеңме» исемле йырҙы ире оҙаҡ ваҡыт бәйләнешкә сыҡмағанда яҙған. Унда уның бөтә һөйөүе һәм яҡын кешеһе өсөн борсолоуҙары сағыла. Йыр шул тиклем йәнле килеп сыҡҡан, хатта байтаҡ конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә еңеүҙәр яулай. Олеся һәм уның тормош иптәше Владимир Денисов был йырҙы тыңлаусылар алдында дуэт менән башҡарҙы. Залда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары күп ине. Ләкин ябай тамашасылар ҙа уларҙың сығышынан күҙ йәштәрен тыя алманы.
Лирика һәм героика Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшиндың йырҙарында бергә үрелеп барҙы, тап унда ошо ғәҙәти булмаған хәйриә концерты тураһында идея барлыҡҡа килгән.
- Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙәргә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам, гумконвойҙар оҙатыуҙа ҡатнашам. Тәүҙә егеттәребеҙгә ярҙам йөҙөнән концерт ҡуйыу идеяһы тыуҙы. Һуңынан әлегә бер кем дә эшләмәгәнде: МХО ветерандарының һәм ҡатнашыусыларының ижади номерҙары менән концерт ойоштороу тураһында уйландыҡ. Йыр алғы һыҙыҡта беҙҙең егеттәргә ярҙам итә һәм улар был идеяны күтәреп алды, - тине йырҙары МХО зонаһында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы илһамландырған башҡарыусы «Республика Башкортостан» баҫмаһына.
Рәмил Бәҙәмшин һүҙҙәренсә, нәҡ геройҙар уның ижадының рухи һәм эмоциональ авторҙаштары булып тора. Йырҙар алғы һыҙыҡҡа барғанда һәм яугирҙәр менән аралашҡанда тыуа.
- Бер көндө «Башҡортостан» полкы командиры яугирҙәр өсөн йыр яҙыуымды һораны. Мин заказ буйынса дежур йырҙар яҙа белмәйем дә, яратмайым да, дүрт тапҡыр позицияларға барырға, эске йөкмәтке менән тулы йыр тыуһын өсөн аралашырға кәрәк булды, - тип һөйләй йырсы. - Унда нимә барғанын, яугирҙәрҙең нисек йәшәүен ишетеп кенә белмәйем һәм ошо мәғлүмәтте объектив һәм ғәҙел итеп, шул иҫәптән ижадым аша еткерергә тырышам. Минеңсә, Шайморатов исемендәге фонд менән берлектә уҙғарылған концерт - МХО яугирҙәренә ярҙам ойоштороуҙың бик шәп моделе, сөнки егеттәр Фондта тәүгеләрҙән булып кемгә адреслы ярҙам кәрәклеген белә. Залдағы тамашасылар өсөн - ул ни бары билет хаҡы ғына, ләкин ул кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара ала.
Әле беҙҙең өҫтөбөҙгә төрлө сығанаҡтарҙан махсус хәрби операция тураһында, төрлө технологиялар ҡулланып, материалды ышаныслы итеп бирергә тырышҡан төрлө мәғлүмәт ағымы ябырыла. Хәҙерге заманда көнбайыш пиарсылары һәм фейктар уйлап сығарыусыларҙың ғәйәт ҙур армияһына еңел генә дезинформация ташлауы ҡыйын түгел. Шуға бәйле мин һәр саҡ үҫеп килеүсе быуынға әйтәм: илебеҙ тарихын, донъяуи тарихты өйрәнегеҙ, төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланығыҙ, шунда уҡ ышана һалып бармағыҙ. Һәм, әлбиттә, МХО зонаһында йыш булғандар менән аралашыу мөһим - бындай кешеләр хәҙер, ветерандарҙан тыш, республика Хөкүмәтендә лә, район хакимиәттәрендә лә, ябай кешеләр, ирекмәндәр араһында ла аҙ түгел.
Фото: Альберт Заһиров, «Республика Башкортостан».