Йәмғиәт
11 Января 2025, 05:50

Башҡортостанда грант менән социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тағы ла еңелләшә

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты ҡарамағындағы Йәмәғәт проекттарының ресурс үҙәге быйылдан башлап коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн федераль грант конкурстарында еңеү яулаған проекттарҙың финалына тиклем бушлай консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн сертификаттар ғәмәлгә индерә. Улар Президент гранттары фонды, Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды, Потанин фонды, Тимченко фонды конкурстары кеүек коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн федераль грант конкурстарында еңеүселәргә бирелә.

Башҡортостанда грант менән социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тағы ла еңелләшәБашҡортостанда грант менән социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тағы ла еңелләшә
Башҡортостанда грант менән социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тағы ла еңелләшә

Ресурс үҙәгендә даими рәүештә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар асырға теләгәндәр өсөн социаль проектлау тәжрибәһенә эйә булған эксперттарҙан ситтән тороп та бушлай консультациялар биреү, отчет биреү буйынса һәм грант конкурстарына ғаризаларының сифатын күтәрергә теләгәндәр өсөн һорау биреү ҡаралған.

2025 йылда уҡытыу башланған да инде. Мәҫәлән, 10 ғинуарҙа Белорет районында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре өсөн Социаль проектлау һәм грант эшмәкәрлеге буйынса ресурс үҙәгенең быйылғы йылдағы тәүге семинары уҙҙы.

2025 йылдың 1 февраленән сираттағы президент гранттары конкурсы башлана. Үҙәк эксперттары грант оторға ниәтләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ғаризаларын камиллаштырырға ярҙам итәсәк.

Онлайн-консультациялар теҙмәһе "Бәйләнештә"ге төркөмдә https://vk.com/nko_rb һәм Телеграм-каналда https://t.me/RC_NKO_RB баҫыла. Үҙәк менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн +7 (347) 218-12-52 телефоны аша шылтыратырға йәки электрон почтаға nko-rb@mail.ru яҙырға кәрәк.

БР Йәмәғәт палатаһы фотоһы.

Автор:
Читайте нас