Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2024, 17:09

“Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” – һөнәребеҙҙәге төп һүҙҙәр

Башҡортостан журналистарының төп конкурсы лауреаттары үҙҙәренең еңеүҙәре хаҡында һөйләне.

“Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” – һөнәребеҙҙәге төп һүҙҙәр
“Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” – һөнәребеҙҙәге төп һүҙҙәр

Ошо көндәрҙә Өфөлә журналистар өсөн “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсының тантанаһы үтте. Ул республика Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында ойошторолдо. Иң яҡшы редакциялар һәм журналистар “Дөрөҫлөк”, “Яуаплылыҡ”, “Ҡаһарманлыҡ”, “Йыл ғәмәле”, “Һиҙгер йөрәк” номинацияларында 300 мең һум күләмендә премиялар һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Башҡортостан Башлығы еңеүселәрҙе ҡотланы һәм уларҙың эшенең әһәмиәтен билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс Радий Хәбиров тарафынан “Медиайыйын” киң мәғлүмәт саралары медиафорумында иғлан ителде. Ғаризалар 1 сентябрҙә ҡабул ителә башланы. Еңеү өсөн матбуғат һәм селтәр баҫмалары, теле - һәм радиокомпаниялар журналистары көрәште. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: лауреаттар иҫәбенә дәүләт киң мәғлүмәт саралары ғына инмәне. Мәҫәлән, “Йыл ғәмәле” номинацияһында “АиФ Өфө” интернет-баҫмаһы редакцияһы билдәләнде. Хәҙер “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсы Башҡортостандың бөтә журналистар берләшмәһе өсөн төп конкурс буласаҡ.

Әлбиттә, махсус хәрби операция зонаһында эшләгән журналистарға айырыуса иғтибар бүленде. Хәбәрселәр МХО зонаһынан даими рәүештә репортаждар яһауҙан тыш, гуманитар ярҙамда ла әүҙем ҡатнаша, аҡса йыйыуҙы ойоштора, маскировка селтәрҙәрен үрә һәм алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итә.

 “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков 2022 йылдың мартынан алып МХО темаһын яҡтырта. Ошо ваҡыт эсендә ул махсус хәрби операция зонаһына биш тапҡыр командировкаға сыға һәм алғы һыҙыҡтағы башҡорт яугирҙәренең хеҙмәте тураһында актуаль һәм дөрөҫ мәғлүмәтте беренселәрҙән булып тапшыра. Ул беренсе тапҡыр Донбасста 2022 йылдың авгусында була: атап әйткәндә, Петровскийҙа мәктәп асыу тантанаһында ҡатнаша.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа махсус хәрби операция зонаһындағы республика журналистарының эшен юғары баһалағаны өсөн рәхмәтлемен. Конкурстың “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” тип аталыуы девиз булып тора һәм фронттағы эшмәкәрлекте тулыһынса сағылдыра. Ике йылдан ашыу “Башинформ” башҡорт батальондарын махсус операцияға оҙатыуға шаһит булды, яугирҙәрҙең хәрби әҙерлек үтеүен күрҙе, Донбассҡа хәрбиҙәр янына барҙы. Беҙ командование рөхсәт иткәнсә хәрби бурыстарҙың үтәлешен күрҙек. Әммә иң мөһиме, беҙ доброволецтарҙың һәм мобилизацияланғандарҙың күҙҙәрен күрҙек, уларҙың кәйефен, ни өсөн яугир юлын һайлауын һәм ошо юлдан нисек барыуын аңларға тырыштыҡ. Беҙ махсус операцияға арналған материалдарыбыҙҙа МХО-ның тәүге көндәренән үк Еңеүҙе яҡынайтыу буйынса дөйөм эшкә ҡушылған ирекмәндәрҙең һәм Башҡортостандың әүҙем кешеләрен,  һалдат һәм офицерҙарҙың туғандарын, яҡындарын яҡтырттыҡ. Журналист эше алғы һыҙыҡты үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә,  ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырға һәм һығымталар эшләргә мөмкинлек бирҙе, – тип һөйләне Эдуард Ҡусҡарбәков.

“Башинформ”дың махсус хәбәрсеһе, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре Азат Ғиззәтуллин да республиканың иң яҡшы егерме журналисы иҫәбенә инде. Азат инде алты йыл Радий Хәбировты эш сәфәрҙәрендә оҙатып йөрөй.

– Бөтә коллегаларыбыҙ исеменән республика Башлығы Радий Хәбировҡа Башҡортостандың журналистарына һәм киң мәғлүмәт сараларына даими ярҙам күрһәткәне һәм иғтибары өсөн айырым рәхмәт. Бындай ҡатмарлы ваҡытта был бик мөһим, – тине ул. – Ошо алты йыл эсендә республика Башлығы командаһында эшләгәндә һәм Радий Фәрит улын оҙатып йөрөгәндә беҙ унан күп нәмәгә өйрәндек. Һәр сәфәр – ул беҙҙең өсөн имтихан тип әйтерлек. Башҡортостан етәксеһенең эшкә һәләтлелеге, сыҙамлығы һәм сабырлығы, кешеләр менән аралашыу, кәрәкле ҡарарҙар табыу һәләте беҙҙе һаман да хайран ҡалдыра.

“Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, социаль селтәрҙәге посында премия хаҡында һөйләгәндә, ”Мурза” позывнойлы штурмовик менән һөйләшеүен иҫенә төшөргән. Мөнир Кременная янында МХО яугире менән осрашҡан һәм унан махсус операцияның һәм батырлыҡтың мәғәнәһе тураһында һораған. ”Мурза” оҙаҡ уйлап тормай ошолайтып яуап биргән:

– Мәғәнәһе – намыҫта. Ни өсөн икәнен аңлатам. Яу яланынан яраланған дуҫыңды, яугирҙе алып сығыу – ысын ҡаһарманлыҡ. Ватанды фашизмдан яҡлау, махсус операция зонаһында хеҙмәт итеү – үҙе батырлыҡ. Беҙ бомбалар аҫтында бер-беребеҙҙе ҡотҡарабыҙ, яраларҙы бәйләйбеҙ, үлем тураһында уйламайынса, үҙебеҙҙе аямай алға барабыҙ. Был беҙҙең көндәлек хеҙмәтебеҙ, әммә уның артында күпме батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ тора. Күҙ алдына килтерегеҙ: һин дуҫыңдын яраһын бәйләгән, уны ҡотҡарырға тырышҡан ваҡытта бер ярсыҡ йәки пуля һине үлтереүе мөмкин. Йәғни, уны ҡотҡарам тип, үҙең һәләк булыуың бар. Әммә был хаҡта уйламайһың. Яуҙашың өсөн үҙ ғүмереңде бирергә әҙерһең. Ни өсөн икәнен беләһеңме? Сөнки һинең намыҫың бар. Әгәр һин быны эшләмәһәң, һине ғүмер буйы выждан ғазаптары һағалаясаҡ. Быға юл ҡуйырға ярамай. Дуҫыңды ҡотҡарып, һин илде ҡотҡараһың. Ошо батырлыҡ түгелме ни?! Һөжүмгә беҙ төркөм менән барабыҙ. Был мәлдә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Һинең бер хатаң бөтә төркөмдө һәләк итә ала, тимәк, эш тағы ла һинең яуаплылығыңа һәм намыҫыңа барып тоташа. Әгәр намыҫың таҙа булһа, илебеҙ яҡланасаҡ, киләсәк һаҡланасаҡ, беҙҙең көндәр яҡты, ер бәрәкәтле, һыу таҙа буласаҡ. Махсус хәрби операцияның һәм батырлыҡтың мәғәнәһе тап ошонда!

“Ейәнсура таңдары” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Кристина Сәйҙәшева үҙенең журналистика карьераһын өс йыл элек башлай.

– Бындай кимәлдәге конкурста, ҙур эш стажы булған тәжрибәле журналистар менән бер рәттән тәүге еңеүселәр иҫәбендә булыу – бик тулҡынландырғыс. Журналист эшендә мәғлүмәтте бөтәһе лә аңларлыҡ итеп уҡыусыларға еткереү мөһим. Иң мөһиме – мәғлүмәт дөрөҫ булырға тейеш. Был конкурста еңгәндән һуң минең өсөн яңы этап башлана. Хәҙер Ейәнсура районының иҫ киткес кешеләре һәм уларҙың эштәре тураһында тағы ла күберәк яҙырға теләйем. Редакцияла эшләү – ул ижад тураһында ғына түгел. Был шулай уҡ ҙур йәмәғәт эше лә. Күп йылдар дауамында беҙ “Изгелек ҡыл” акцияһын үткәрәбеҙ. Уның сиктәрендә Яңы йылда редакция Ҡыш Бабайы балаларға тылсым бүләк итә. Бер ваҡыт ысын шулай булды ла. Беҙгә Динислам исемле малайҙың ағаһының МХО-нан ҡайтыуын теләгән хаты эләкте. Бәхеткә күрә, беҙ Илсур ағаһының туғандарына өндәшмәйенсә генә ысынлап та отпускҡа ҡайтыуын белдек. Яугиргә ҡустыһының теләге тураһында һөйләнек һәм ул шатланып туғанының хыялын тормошҡа ашырырға ризалашты. Динислам үҙенең хатында бластер ҙа һорағайны. Хатты беҙ малайҙың теләген үтәү өсөн район башлығына бирҙек. Уйынсыҡты тапшырған ваҡытта кабинетҡа ағаһы килеп инде. Һөҙөмтәлә бәләкәй Динисламдың бөтә хыялдары ла тормошҡа ашты.

Зөһрә Арсаева “Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар бүлеге етәксеһе булып эшләй. Бөгөн уның 26 йыл эфирҙа эшләү тәжрибәһе, тиҫтәләгән проекттары һәм акциялары бар. “Юлдаш” радиоһы асылғандан алып (2000 йылдан) Зөһрә Арсаева тура эфирҙар, көндөҙгө һәм киске программалар алып бара.

2024 йылда журналист МХО-ла һәләк булғандарға арналған “Ил улдары” тигән уникаль проект алып бара.

– Мин “Журналист” позывнойлы яугир өсөн дрон һатып алыу башланғысы менән сығыш яһаным. Ул – былтыр декабргә тиклем телерепортер булып эшләгән тормош иптәшем Рафиҡ Әхмәтшин. Бөгөн ул “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Битараф булмаған кешеләр ярҙамында кәрәкле сумманы – 250 мең һум аҡсаны йыйҙыҡ. Дронды мин республика Башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдиновҡа тапшырҙым. “Журналист” полк хәрбиҙәре исеменән акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе, –  тине Зөһрә. – Атайым Фәнил Зыя улы Арсаев журналист булды һәм мин уның юлын дауам итәм. Үҙемдең һөнәремде бик яратам, радио – ул минең йәшәү рәүешем. МХО темаһын 2022 йылдың февраленән алып яҡтыртам. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа яңы премия өсөн рәхмәт. Премияның исеме лә, номинациялары ла бик мөһим, сағыу, объектив. Етәкселек беҙҙең һөнәрҙе юғары баһалағаны өсөн рәхмәт. Бындай абруйлы премияның беренсе лауреаты булыуым менән бик ғорурмын һәм бәхетлемен. Ошо конкурс күп кенә коллегаларыбыҙҙы тағы ла күберәк эшләргә, ҡыҙыҡлы, актуаль мәҡәләләр яҙырға һәм репортаждар әҙерләргә этәрер, тип ышанам. “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” – ул һөнәребеҙҙәге төп һүҙҙәр. Бөтә лауреаттарҙы ла наградалары менән ҡотлайым!

Фото: mgazeta.com

Гүзәлиә Зәйнуллина.

"Башҡортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас: