Кисә республика журналистикаһы тармағында мөһим ваҡиға булды. Баҫма матбуғат саралары, теле-, радио журналистар һәм селтәрле баҫмалар хәбәрселәре араһында үткән беренсе журналистика өлкәһендәге “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсына йомғаҡтар яһалды.
Был премияны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр булдырҙы. Ул йыл һайын 20 журналисҡа биреләсәк, күләме 300 мең һум тәшкил итә. Быйыл бәйгегә 94 эш килгән һәм улар араһында биш номинацияла иң-иңдәре һайлап алынған.
Премияны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхсән үҙе тапшырҙы.
– Яңы йыл алдынан журналистарыбыҙҙы – “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ. Беҙ мәғлүмәттең дөрөҫлөгө, объективлығы ҙур әһәмиәткә эйә булған еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. 30-лаған журналисыбыҙ даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһенә барып йөрөй, республикала хәрби хәбәрселәр пулы барлыҡҡа килде. Улар араһында Азат Саҙрыев, Айнур Кәбиров, Вәдүт Исхаҡов, Мөнир Ҡунафин, Эдуард Ҡусҡарбәковтар бар. Үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, улар Башҡортостан халҡына “окоптағы дөрөҫлөктө” – егеттәребеҙҙең батырлыҡтары тураһында ысынбарлыҡты һөйләй. Бындай шарттарҙа эшләү өсөн ысын ҡыйыулыҡ кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе белдереүенсә, журналистар яугирҙәребеҙгә, уларҙың яҡындарына һүҙ менән генә ярҙам итмәй. Бөтә республика буйлап улар гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора, маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй. Мәҫәлән, Матбуғат йортонда маскировка селтәрҙәре үреү буйынса бер цех барлыҡҡа килгән. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто һәм Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһынан ете кеше махсус хәрби операция биләмәһендә яугир булараҡ хеҙмәт итә, улар араһында хатта баш мөхәррир бар.
– Киң мәғлүмәт саралары башҡа темаларҙы ла ихлас яҡтырта. Быйыл, мәҫәлән, мөһим теманы сюжеттарында һәм мәҡәләләрендә яҡтыртып, Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылын лайыҡлы үткәрергә ярҙам иттеләр. Журналистарҙың йәмғиәтте берләштереүгә, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, – тине ул.
Иң беренсе награданы – “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов алды. Ул “Дөрөҫлөк” номинацияһында “Матбуғат киң мәғлүмәт саралары” категорияһында еңде.
Вәдүт Ғәйфулла улы 2023-2024 йылдарҙа биш тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһендә булды, шулай уҡ республика журналистарының командировкаһын ойоштороусы ла ул. Бындай сәфәрҙәргә ул бер ҡасан да буш ҡул менән сыҡмай. Республика журналистары менән йыйылышып квадрокоптер, тепловизор, маскировка селтәрҙәре, башҡа бүләктәр, һәм, әлбиттә, гәзит журналдарҙың яңы һандарын алып бара. Тик төп маҡсат – яугирҙәр менән осрашыу, уларҙың кәйефтәрен белеү, тыуған яҡтан сәләм еткереү.
Лайыҡлы награданы алып Вәдүт Ғәйфулла улы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Был залда еңеүселәр араһында булыуыма бик шатмын. Радий Фәрит улы, һеҙгә шәхсән үҙемдең исемдән һәм республика журналистарынан ярҙамығыҙ, эшебеҙҙе ошолай юғары баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт. Был премия һеҙҙең башланғыс менән булдырылды һәм бындай күләмдә Рәсәйҙә башҡа ундайҙар юҡ. Бигерәк тә бөгөн залда ултырған хәрби хәбәрселәр өсөн шатмын. Командирыбыҙға рәхмәт әйткем килә, беҙ яратып Азат Бадрановты шулай йөрөтәбеҙ. Ул МХО биләмәһенә журналистар командировкаһын ойоштороуҙы ышанып миңә тапшырҙы. Азат Шамил улы беҙгә һәр ваҡыт окоп тормошон тойорға кәрәклеге хаҡында әйтә торғайны, шул саҡта ғына ысын журналист материалдары килеп сығасаҡ. Беҙ быны үҙебеҙгә наказ кеүек ҡабул иттек, һәм МХО биләмәһендә сығышһыҙ эшләйбеҙ, – тине ул.
Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, ул яугирҙәребеҙ яҙмышына битараф түгел һәм шуға күрә алған премияһының бер өлөшөн уларға ярҙамға йүнәлтә.
– Премияның бер өлөшөнә беҙҙең егеттәр өсөн квадрокоптер аласаҡмын. Икенсе өлөшөн тыуған коллективҡа йүнәлтәм, улар аҙна һайын тырышып “Илһөйәр” махсус сығарылышын әҙерләй. Унда даими рәүештә яҡташтарыбыҙҙың батырлығын һәм көнкүрешен, дәүләт ярҙамы сараларын яҡтыртабыҙ, – тине ул.
Шулай уҡ “Дөрөҫлөк” номинацияһында “Тележурналистика” категорияһында “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы”ның махсус хәбәрсеһе Эльвира Ямшанова, “Радио журналистикаһы” категорияһында ”Радио №1” радиоканалы редакцияһы, “Тармаҡ баҫмалары” категорияһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы”ның контент-үҙәге мөхәррире Миңзәлә Асҡарова бүләкләнде.
“Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсының “Яуаплылыҡ” номинацияһында “Матбуғат киң мәғлүмәт саралары” категорияһында “Өмет” гәзитенең хәбәрсеһе Яҙгөл Сафина, “Тележурналистика” категорияһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалының төшөрөү бригадаһы коллективы: хәбәрсе, проекттар авторы Гүзәл Хәмитова, ТЖК операторы Ринат Кашапов, водитель Азат Каспранов һәм режиссер Айгөл Малбаева, “Радио журналистикаһы” категорияһында “Спутник ФМ” радиоһының баш мөхәррире Рузалия Төхбәтова, “Тармаҡ баҫмалары” категорияһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы”ның махсус хәбәрсеһе Азат Ғизәтуллин бүләкләнде.
Премияның “Ҡаһарманлыҡ” номинацияһында “Баҫма киң мәғлүмәт саралары” категорияһында “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Тележурналистика” категорияһында “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы комментаторы Азат Саҙрыев, “Радио журналистикаһы” категорияһында “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаева, “Тармаҡ баҫмалары” категорияһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы” хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков премияға лайыҡ булды.
Азат Саҙрыев – Башҡортостандың иң тәжрибәле хәрби хәбәрселәренең береһе. Республика журналистары араһында тәүгеләрҙән булып 2022 йылдың мартында Донбассҡа юлланды. Шул ваҡыттан алып таҫма артына 10 тапҡыр барып, махсус хәрби операция үткән зонанан 250-нән ашыу яңылыҡ телесюжеттары әҙерләп сығарҙы, репортаждар һәм документаль фильмдар авторы булды. Ул бер нисә тапҡыр дошман уты аҫтына эләгә, ләкин барыбер сюжеттар төшөрөүен дауам итә. Шайморатов һәм Достовалов исемендәге исемле башҡорт батальондары менән Лисичанск, Белогоровка, Горловка, Артемовск ҡалалары янында алғы сафта эшләне. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының танкистар, артиллеристар һәм “Айғыр” БПЛА отряды менән берлектә дошман позицияларынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ғына Краснолиман йүнәлешендәге Кременнойҙағы хәрби эште даими яҡтыртып барҙы. Азат Камил улын республикабыҙ яугирҙәре танып, яратып тора. Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
Азат Саҙрыев республика Башлығына үҙенең еңел булмаған хеҙмәтен күреп баһалағандары өсөн рәхмәт әйтте. Артабан да ошо йүнәлештә эшен дауам итәсәген белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының журналистика өлкәһендәге “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ”конкурсында “Йыл ғәмәле” номинацияһында “Матбуғат киң мәғлүмәт саралары” категорияһында “Ейәнсура таңдары” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Кристина Сәйҙәшева, “Тележурналистика” категорияһында “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһының мәғлүмәт программалары төп редакцияһының баш мөхәррир урынбаҫары Айнур Кәбиров, “Радио журналистикаһы” категорияһында “Ашҡаҙар” радиоһының баш мөхәррире Рәйсә Ҡазбулатова, “Тармаҡ баҫмалары” категорияһында “АиФ-Өфө” интернет баҫмаһы редакцияһы – “Өфө-пресс” реклама-мәғлүмәт агентлығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бүләкләнде.
Был категорияла ла тағы бер тележурналист Айнур Кәбировтың хеҙмәтен билдәләп үтке килә. Уның Донбассҡа эш командировкалары алыҫ 2012 йылда уҡ башланған. Ул саҡта төркөм автоуҙышта ҡатнашыусылар менән бергә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Өфөнөң Дим районынан башлап Берлинғаса бөтә данлыҡлы хәрби юлын үтә. Шайморатовсыларҙың тарихы тығыҙ бәйле булған Украина, Белоруссия, Польша һәм Германия ерҙәрендә була. Айнур Кәбиров әйтеүенсә, 80 йыл үткәс беҙҙең тарих ҡабатлана. Яугирҙәребеҙ йәнә Донбассты нацистарҙан азат итә. Һәм ул тарихи урындарҙы күргән кеше булараҡ йәнә ғәҙеллек өсөн һуғыш барған урындарға барырға ҡарар итә. Ул егеттәребеҙҙең хәрби эшен генә түгел, ә көнкүреш тормошон күрһәтә.
– Һуғыш – ул һөжүм, атыштар һәм окоптар ғына түгел. Унда ла тормош ҡайнай. Кешеләр ғашиҡ була, ғаиләләр ҡора. Шуға күрә минең геройҙарым, артта шартлау тауыштары ишетелеп тороуға ҡарамаҫтан, йылмая, көлә. Йышыраҡ мобилизацияланған егеттәр тураһында төшөрәм, улар аша махсус хәрби операция барышын күрһәтәм. Улар һәм уларҙың батырлығы тураһында күберәк кеше белһен ине тип теләйем. Шуға күрә материалдарҙы башҡортса һәм русса эшләйем, – ти Айнур Ғәббәс улы.
Конкурстың “Һиҙгер йөрәк” номинацияһында “Матбуғат киң мәғлүмәт саралары” категорияһында “Республика Башкортостан” гәзитенең махсус хәбәрсеһе Нэдда Пухарева, “Тележурналистика” категорияһында “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы”ның хәбәрсеһе Гөлшат Вәлиева, “Радио журналистикаһы” категорияһында “Юлдаш” радиоһының хәбәрсеһе Сәриә Рамазанова, “Тармаҡ баҫмалары” категорияһында “Молодежная газета” селтәр баҫмаһының яуаплы секретары Ольга Пазина бүләкләнде.
– Ошондай ҙур, журналистар араһында беренсе республика конкурсында еңеү бик ҡыуаныслы ла, тулҡынландырғыс та, – ти Ольга Пазина. – Һәр номинация – үҙенсәлекле, бик етди һәм әһәмиәтле, ә еңеүселәр республикаға ни бары 20 генә. Журналистарҙың эшен юғары кимәлдә баһалауҙары ҡыуандыра. Редакциябыҙ еңгән номинация "Һиҙгер йөрәк" тип атала. Жюри хөкөмөнә тапшырылған материалдарҙың һәр береһе, ҡатмарлы хәлдәргә һәм тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, даими алға ынтылған битараф булмаған кешеләр хаҡында.
Бүләкләү тантанаһы тамамланғас, еңеүселәр өсөн “Тауыштар” проекты патриотик йыр башҡарҙы. Аҙаҡ рәсми булмаған әңгәмә ваҡытында журналистар Радий Фәрит улы менән аралашты, киләсәккә пландары хаҡында һөйләне, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Көн тимәй, төн тимәй республикабыҙ мәнфәғәтендә эшләгән журналистар өсөн ошондай премия булдырыу – беҙгә артабан да ҡанатланып эшләргә, ысынбарлыҡты яҡтыртырға көс һәм дарман бирә. Башҡортостан Башлығына һәм етәкселеккә иғтибары өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ!
Айнур КӘБИРОВ, тележурналист:
– МХО-ға йөрөгән хәбәрселәр, шәхсән үҙемдән дә сығып әйтәм, ниндәйҙер дан-шөһрәт, абруй ҡаҙаныу, ниндәйҙер аҡса артынан бармай. Беҙ унда йөрәк, намыҫ ҡушыуы буйынса барабыҙ, яугирҙәр менән осрашабыҙ, йәмғиәткә уларҙың батырлыҡтары тураһында еткерергә тырышабыҙ. Уларҙың туғандары менән бәйләнеш булдырырға тырышабыҙ, киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә өлөш индерәбеҙ, фронтҡа ярҙам итәбеҙ тип барабыҙ. Һәм был эш дәүләт тарафынан да ниндәйҙер баһа ала икән, әлбиттә, шатлыҡ ҡына. Беҙ ижади кешеләр, бәләкәй генә эшебеҙҙе күрһәләр ҙә, ҙур ҡыуаныс, ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ. Өс тапҡыр оҙайлы командировкала булдым. Улар артабан да дауам итер тип уйлайым. Республика етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт!
Яҙгөл САФИНА, “Өмет” гәзите хәбәрсеһе:
– Бөгөн беҙ мәғлүмәт киңлеге заманында йәшәйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫлөккә тура килмәгән мәғлүмәт тә аҙ түгел. Һәм ошондай осорҙа журналистарға ғәйәт ҙур яуаплылыҡ өҫтәлә. Бөгөн мәғлүмәттең дөрөҫ һәм объектив булыуы айырыуса мөһим икәнлеген үҙ сығышында Радий Хәбиров та билдәләне. Уның башланғысы менән булдырылған әлеге премия бик кәрәкле һәм ваҡытлы тип иҫәпләйем. Күреүебеҙсә, бөгөн журналистарыбыҙ МХО биләмәһенә лә бара, һәр мәғлүмәтте үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙ йөрәге аша үткәреп яҙа һәм хәбәр итә. Һәм әлеге еңел булмаған осорҙа журналистарға төбәк етәксеһе тарафынан иғтибар булыу – ҙур мәғәнәгә эйә. Үҙем өсөн был бәйгенең лауреаттарының береһе булыуы көтөлмәгән хәл булды. Мин быны “Өмет” гәзитенең еңеүе тип ҡабул итәм. Сөнки гәзиттә донъя күргән һәр яҙма артында коллектив хеҙмәте ята. Еңеүем киләсәктә тағы ла илһамланып эшләргә, эҙләнергә, ижад итергә этәргес бирә. Ҙурыраҡ яуаплылыҡ та өҫтәй. Номинацияға килгәндә, граждандар яуаплылығы, ата-әсәләр яуаплылығы, патриотик тәрбиә, йәмғиәт алдында үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған шәхестәр, ирекмәндәр тураһында яҙҙым һәм эштәремде тәҡдим иттем. Яңы бәйге дауамлы һәм ғүмерле булһын.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Әлфиә Минғәлиева.
"Башҡортостан" гәзите.