«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина фонд командаһы тарафынан йыл дауамында хәл ителгән мәсьәләләр хаҡында һөйләне.
«Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ эштәр башҡарылды. Башҡортостанда 97 социаль координатор эшләй. 1,5 йыл эсендә беҙ берҙәм командаға тупландыҡ. Һорауҙар бик күп килә. Беҙ үҙебеҙ даими рәүештә халыҡ менән осрашыуҙарға сығабыҙ, граждандарҙы ҡабул итәбеҙ. Медицина ярҙамы күрһәтеү, яугирҙәрҙе реабилитациялау мәсьәләләре хәл ителә, техник реабилитация саралары күрһәтелә, инвалид ветерандар өсөн торлаҡты ҡулайлаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Яңынан уҡыуҙа, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ ителә. Быйыл ветеран Вадим Емельяновҡа ҡулдан идара итеү автомобиле тапшырҙылар. Мөһим йүнәлеш - юридик ярҙам. Фонд филиалы республика министрлыҡтары һәм ведомстволары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Тәүге эш көндәренән үк Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм республика Хөкүмәте ҙур ярҙам күрһәтә. Мәсьәләләрҙең күпселеген күмәкләп хәл итәбеҙ. Быйыл 3 декабрҙә Башҡортостандағы филиалда Рәсәй Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәге асылды», - тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.
МХО менән бәйле мәсьәләләр буйынса ҡабул ителгән бөтә ғаризалар ҙа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән туранан-тура РФ Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәгенә килә.
«Үҙәктең мәғлүмәт системаһында мөрәжәғәттәрҙе эшкәрткәндән һуң ғариза биреүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған кәрәкле мәғлүмәт йәки документтар аласаҡ», - тип һөйләне хәрби-социаль үҙәк белгесе Юлиә Еркаева.
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ярҙамында Өфө районынан махсус хәрби операция ветераны Азамат Әйүпов еңелләштерелгән кресло-коляска алған, уның йортонда пандус эшләнгән, «Аҡыллы йорт» системаһы, уңайлы аш-һыу һәм санузел ҡуйылған, бөтә кәрәкле социаль льготалар әҙерләнгән, дарыуҙар менән тәьмин итеү ойошторолған. Ҡул менән идара ителгән автомобиль алыуға документтар тапшырылған.
Махсус хәрби операция ветераны Олег Мөфтәхетдинов әйтеүенсә, фонд филиалына мөрәжәғәт иткәнгә тиклем уға күп тупһаларҙы тапарға тура килгән һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыуҙы оҙаҡ көткән. Фонд хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән мәсьәлә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл ителде. Әле Олег фонд филиалында социаль координатор булып эшләй, сараларҙа әүҙем ҡатнаша, спорт менән профессиональ рәүештә шөғөлләнә, ветерандар йыйылма командаһы ағзаһы.
Уҙған йыл эсендә филиал командаһы МХО ветерандары менән граждандарҙы ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә һәм спортҡа йәлеп итеүгә, тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән төрлө саралар ойошторҙо. Йәмәғәт ойошмалары менән бергә филиал илһөйәрлек тойғоһон нығытыуға, тарихи дөрөҫлөктө һәм махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлеген һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы әүҙем тормошҡа ашыра. Быйылғы осорҙа фонд филиалы 2,5 меңдән ашыу патриотик саралар, түңәрәк өҫтәлдәр, брифингтар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашты.
«Рәсәй - спорт державаһы» XII халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә «Беҙҙең заман геройҙары» махсус хәрби операция ветерандары өсөн Рәсәй паралимпия комитетының төбәк-ара физкультура-спорт сараһы Өфөлә ветерандар өсөн иң ҙур ваҡиға булды. Башҡортостан командаһы беренсе урын алды, әле унда ҡатнашыусылар әүҙем шөғөлләнә һәм инвалидтарҙың МХО ветерандары араһында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ярыштарға әҙерләнә.
Бынан тыш, йыл дауамында филиал министрлыҡтар, ведомстволар һәм йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә мөһим килешеү төҙөнө. Улар нигеҙендә бында график буйынса ведомство белгестәре ҡабул ителә.
Фото: «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы.
Альбина ЗУБАРЕВА.
«Республика Башкортостан» гәзите.