Мәҡәлә
В медиашколе Салавата организовали тренинг «Уверенная речь – залог успеха!»В Нефтекамске для школьников организовали занятие "Как всё начиналось..."Уфимцев приглашают пройти онлайн-анкетированиеВ Башкортостане открыли Геномный центр Межвузовского кампуса Евразийского НОЦВ рамках акции «Сад памяти» в Башкирии высадят 2 млн деревьевВ Башкирии рассказали о лучших бизнес-шерифахШкольники и студенты со всей республики представят свои изобретения на выставкеПутин поздравил Овечкина с рекордом НХЛЖитель Башкирии сжег собственную женуКто получит срочную пенсионную выплатуВ Башкирии дали удивительный прогноз погоды на апрель и на май Яҡташыбыҙ FPV - дронын атып төшөргәнИң көслө фехтование оҫталары Өфөләге чемпионатта ҡатнашаВ Уфе для мам воинов СВО организовали благотворительный концертВ Башкирии прошло совещание по вопросам проведения весеннего призываНадбавка за работу в ночные часы сохранится еще на 6 летСтало известно, когда будут начислены повышенные социальные пенсии25-летний житель найден погибшим на Камчатке в лесу
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
13 Декабрь 2024, 18:28

Салауат районы делегаттары VI Ҡоролтайҙа ҡатнаша

Бөгөн Өфөлә "Торатау" Конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы башланды. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Оло ҡорға Салауат районы вәкилдәре лә барҙы.

Салауат районы делегаттары VI Ҡоролтайҙа ҡатнаша
Салауат районы делегаттары VI Ҡоролтайҙа ҡатнаша

– Башҡорттар тағы ла, биш быуат дауамында булғанса, беҙҙең ышаныслы, Ватанға тоғро, һәр ваҡыт уны яҡларға әҙер халыҡ булыуыбыҙҙы иҫбатлай. Башҡортостандың ижади интеллигенцияһы хәҙерге ауыр осорҙа үҙ халҡы менән бергә берләште, ул төп маҡсатҡа – махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеүгә берләште. Ҡоролтайҙың бурысы – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ҙур эште дауам итеү, – тине Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ үҙ сығышында.

Алтынсы йыйында рәсми делегат булып Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Нәфисә Вахитова һәм һайланған делегаттар: Янғантау урта мәктәбе директоры Фирғәт Ғимранов, С. Әлибаев исемендәге Тирмән урта мәктәбе тренер-уҡытыусыһы, район Советы депутаты Ринат Байгилдин ҡатнаша.

Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Вахитова:
– Был ултырышта бар башҡорттар өсөн мөһим булған мәсьәләләр ҡарала. Әлбиттә, Ҡоролтайҙың махсус хәрби операция барған мәлдә үтеүе уның әһәмиәтен күтәрә. Сөнки беҙҙең яугирҙәр өсөн Башҡортостаныбыҙҙа милләттәштәребеҙҙең берҙәмлек, теләктәшлек, дөйөм эштәрҙе бергә атҡарыуы Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур ярҙам һәм ғорурлыҡ ул. 

Янғантау урта мәктәбе директоры Фирғәт Ғимранов: 

– Радий Фәрит улы бөгөнгө ауыр заманда, махсус хәрби операция мәлендә, берләшергә кәрәк, тип дөрөҫ әйтте. Беҙ, башҡорттар, бөгөн бөйөк илебеҙ Рәсәй менән бергә булырға тейешбеҙ. Башҡортостан Башлығы һуңғы йылдарҙа башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә йүнәлтелгән бик күп эштәр башҡарылыуын билдәләне. Республикала дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылды. Быйылдан башлап 10 октябрь – Ҡурай көнө. Шулай уҡ 21 октябрҙә күренекле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөнә ҡарата Милли бейеү көнөн булдырырға кәрәклеген белдерҙе Радий Хәбиров. "Атайсал" проекты ла халыҡты йәнтөйәген үҫтереүгә тупланы. Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндерергә кәрәклеген дә әйтте. Ғөмүмән, Ҡоролтай ултырышында беҙҙең милләт мәнфәғәте өсөн бик мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Йыйындың һөҙөмтәле үтеүен теләйбеҙ. 

Фото: Нәфисә Вахитова.

Салауат районы делегаттары VI Ҡоролтайҙа ҡатнаша
Салауат районы делегаттары VI Ҡоролтайҙа ҡатнаша
Салауат районы делегаттары VI Ҡоролтайҙа ҡатнаша
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: