Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь , 17:45

«Яуаплы кредит» – «Минең финанстарым» эстафетаһының өсөнсө этабы старт алды

Финанс министрлығы «Минең финанстарым» бөтә Рәсәй эстафетаһының сираттағы этабын башлап ебәрҙе, тема күптәр өсөн көнүҙәк – «Яуаплы кредит».

«Яуаплы кредит» – «Минең финанстарым» эстафетаһының өсөнсө этабы старт алды
«Яуаплы кредит» – «Минең финанстарым» эстафетаһының өсөнсө этабы старт алды

Өсөнсө этап 4 октябрҙән 25 декабргә тиклем уҙғарыла, уның темаһы – «Яуаплы кредит». Ул мәктәп уҡыусылары, студенттар, иҡтисади яҡтан әүҙем өлкәндәр, шулай уҡ пенсионерҙар өсөн иҫәпләнгән, тип яҙа «Молодежная газета» баҫмаһы.

Ошо этапта ҡатнашыусыларҙың кредитлауҙың бөтә нескәлектәре тураһында белеүе, «хәүефле кредиттар»ҙың нимә икәнен аңлауы, уҡыу курсы үтә һәм хатта хыялға аҡса туплай алыуы мөһим.

2024 йылдан Рәсәй Федерацияһында Финанс белемде арттырыу һәм финанс мәҙәниәтен формалаштырыу стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2030 йылға тиклем йыл һайын «Минең финанстарым» бөтә Рәсәй тематик эстафеталарын уҙғарыу күҙалланған. Проекттың төп бурысы – финанс белеме темаларын популярлаштырыу, кешенең ҙур ҡалаламы йәки төпкөлдәме йәшәүенә ҡарамаҫтан, уларҙы тағы ла уңайлыраҡ итеү.

Башҡортостан Республикаһы эстафетаның бөтә этаптарында ла әүҙем ҡатнаша. Планлаштырылған һәм үткән саралар тураһында мәғлүмәт сайтта https://моифинансы.рф/estafeta/ урынлаштырыласаҡ.

Фото: vk.com сайтынан.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: